Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Кәкүк сәйе” байрамы үтте

26 май Әбделмәмбәт ауылы китапханасыһы Шәмиғолова Г. клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Кәкүк сәйе” байрамы үткәрҙе. Усманова Гөлфиә һәм Фаткуллина Миңзәлә апай “Кәкүк сәйе” байрамының тарихы тураһында һөйләнеләр, тик ҡоштарға ғына арналған йомаҡ ҡойолдо. Балалар боронғо фольклор уйындары “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерен яулыҡ” уйындарын уйнанылар, тоҡ кейеп тә, ауыҙҙарына йомортҡа һалып та ярыштылар. Ярыш бик сәмле һәм күңелле барҙы. Уйнап, ярышып арығандан һуң тәмлекәстәр менән “кәкүк сәйе” эсеп таралыштылар. Байрамда төрлө йәштәге балалар һәм ололар – 33 кеше ҡатнашты.

+1