Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сафаргалин Гильман Зайнагалиевич

(15.10.1937 – 1. 08.2003)

          Гильман Зайнагалиевич Сафаргалин родился 15 октября 1937 года в д.Наби Бурзянского района Башкирской АССР. В родной деревни завершил начальную школу, затем 1955 году окончил среднюю школу д.Байназарово и начал работу в колхозе животноводом. Весной 1955 года поступил в Стерлитамакский сельскохозяйственный профессионально техническое училище на курсы комбайнеров. Завершив курсы, 1956 году возвращается в Бурзянскую МТС комбайнером на три года. Именно за годы работы комбайнером он впервые выходит на сцену сельского клуба вместе с художественным коллективом Бурзянской МТС. И 1956 году занял 1 место в районной олимпиаде среди певцов. 1958 году поступил в башкирский сельскохозяйственный институт в факультет зоотехнии. 1963 году возвращается в родную деревню и два года проработает зоотехником в колхозе.

        1965 году переезжает в г. Уфа и до 1969 года проработает в сельскохозяйственном научно-исследовательском институте научным сотрудником. В это же время окончил Уфимскую училище искусств отделение вокала. 1966-1969 года работал в Башкирском государственном театре оперы и балета. 1969-1974 года работал главным зоотехником в управление сельского хозяйства Бурзянского района. 1974-1980 года председатель колхоза «Кызыл тан». 1980-1982 года инспектор по реализации и сертификации качества сельскохозяйственной продукции. 1982-1989 года работал в сфере сельского хозяйства в разных ответственных должностях. 1989-1991 года начальник отдела культуры исполкома Бурзянского районного Совета. 1991-1993 года глава администрации Бурзянского района.

        Как певец, Гильман Сафаргалин с 50-х годов начал свой творческий путь. Во многих районных, республиканских, Союзных конкурсах, фестивалях занимал призовые места. Еще в середине 60-х годов был удостоен звания лауреата 1 Всероссийском смотре художественной самодеятельности. Был победителем 1-го республиканского конкурса имени Газиза Альмухаметова. 1973 году вместе с односельчаном, кураистом Давлетбаем Рахматуллиным, выступает в Центральном телевидение на программе « Мой адрес – Советский Союз». Завоевал звание лауреата в Свердловском зональном фестивале первого Всероссийского смотра народных талантов. Участвует в Всероссийском фольклорном концерте в г.Москва. В репертуаре Гильмана Сафаргалина насчитывается свыше 50-ти песен. Почетные звания, награды, благодарности Медаль «за доблестный труд», орден «Знак почета» (1986г.) показывает его вклад в развитие сельского хозяйства. 1985 году был удостоен почетного звания «Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан».

          Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы

            Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлин 1937 йылдың 15 октябрендә Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Үҙ ауылында – башланғыс, 1954 йылда Байназарҙа урта мәктәп тамамлап, бер йыл колхозда малсылыҡта эшләй. 1955 йылда Стәрлетамаҡ ауыл профессиональ-техник училищеһының комбайнсылар курсына уҡырға кереп, 1956 йылдың яҙында Бөрйән МТС-ына комбайнсы булып ҡайта. Өс йыл рәттән колхозда иген йыйыуҙа ҡатнаша. Уның тәү башлап ысын сәхнәгә сығып халыҡ алдына йырларға батырсылыҡ итеүе лә тап ошо МТС- та комбайынсы булып эшләп йөрөгән мәлдәрендә башлана. Тәүҙә ул МТС-тың художестволы үҙешмәкәрлек коллективы менән үҙҙәренең ауыл клубында сығыш яһай. Ауылдаштары уны ихлас алҡышлайҙар. Шул уҡ 1956 йылда ул «Азамат»ты йырлап, район олимпиадаһында беренсе урын ала һәм шул көндән сәхнәнән төшмәй тиерлек.

            1958 йылда Ғилман Сәфәрғәлин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетына уҡырға инә. 1963 йылда тыуған ауылына ҡайтып, Ғилман ике йыл колхозда зоотехник булып эшләй. 1965 йылда Өфөгә күсеп килеп, дүрт йыл буйы ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Ошо осорҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай. 1966-1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

            1969 йылда Бөрйән район ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник, 1974-1980 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» колхозында рәйес була. 1980-1982 йылдарҙа ауыл хужалығы продукттарын һатыу һәм сифат буйынса инспектор, 1982-1989 йылдарҙа район ауыл хужалығы органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара. 1989-1991 йылдарҙа район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1991-1993 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләй. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, «Почет билдәһе» ордены (1986) уның районыбыҙҙың ауыл хужалығын күтәреүгә һалған фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора.

            Йырсы булараҡ Ғилман Сәфәрғәлиндың 50-се йылдар аҙағында уҡ башланған ижад юлы район, республика һәм элекке Союз күләмендә үткәрелгән бик күп бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа беренсе урындар менән билдәләнгән. 60-сы йылдар уртаһында уҡ әле ул I Бөтөн Рәсәй художестволы үҙешмәкәрлек смотрының лауреаты исемен ала. Башҡортостанда йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға I республика конкурсында ла еңеүсе була. 1973 йылда үҙәк телевидиеның «Минең адрес – Советтар Союзы» тигән тапшырыуында ауылдашы ҡурайсы Дәүләтбай Рәхмәтуллин менән бергә сығыш яһай. Свердловскиҙа халыҡ таланттарының I Бөтөн Союз смотры зона бәйгеһендә лауреат исемен яулай. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй фольклор концертында ҡатнаша.

            Ғилман Сәфәрғәлиндың репертуарында илленән артыҡ йыр иҫәпләнә. Уның башҡарыуында «Зөлхизә», «Уйыл», «Сибай», «Илсе Ғайса», «Томан», «Мәҙинәкәй», «Хисам», «Порт-Артур», «Түрәкәй», «Зәлифәкәй», «Ҡаһым түрә», «Сәлимәкәй», «Ҡолой кантон» һымаҡ башҡорт халыҡ йырҙары үҙенсәлекле яңғырай. 1985 йылда Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлингә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

0