Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Мәҙхиә йырлай һиңә, шағирҙар!»

“Мәҙхиә йырлай һиңә,  шағирҙар!»

 исемле әҙәби- музыкаль  кисә уҙғарыу өсөн сценарий

         Йыһазландырыу: Сәхнәлә артҡы планда әҙәбиәт йылының эмблемаһы ҡуйылған.  Фойела  “Атайсалым- Бөрйәнем” исемле китап күргәҙмәһе урынлаштырылған.

         Мәхмүт Уразаевтың  «Бөрйән» исемле шиғырын  Әлфиә Кинйәбулатова һөйләй.

         Бөрйән…  Бер ҡарағанда республикабыҙҙың бер ситендә ятҡан урын һымаҡ күренһә,  ныҡлап байҡаһаң,  Башҡортостан ғына түгел, донъя күләмендә уникаль иҫтәлектәр, һәйкәлдәр һаҡлаған, үҙенең хозур тәбиғәте менән һәр кемде әсир иткән, һанап бөткөһөҙ легендалары, риүәйәттәре, ғөрөф – ғәҙәттәре, йолалары менән дан тотҡан мөғжизәләр гөлләмәһе булып күҙ алына баҫа.

         Бөрйән… Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең үҙенсә бер сығанағы ла ул. Кемдәр генә беҙҙең Бөрйән яҡтарын данламаған, йырламаған. Күренекле халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «Бөрйән- ул икенсе Швейцария түгел, ә Швейцария- ул икенсе Бөрйән”-  тиһә, “Бөрйән- ул Башҡортостандың йөҙөк ҡашы”, – тигән Әхмәтзәки Вәлиди.

         Был юлдан, тим, кемдәр йөрөмәгән,

         Кемдәр генә килмәй уңғыһы.

         Мин Бөрйәнгә килгән һайын теләп:

         Була күрмәһен, тим, һуңғыһы.

         Йөрәгемә ҡабыҙырға киләм

         Боронғомдоң  һүнмәҫ ялҡынын.

         Мин Бөрйәнгә киләм олатайҙар

         Хажға барған һымаҡ талпынып  – тип яҙа  Бөрйән ырыуы  шағиры Ирек Кинйәбулатов. Әйткәндәй, шағирҙың Бөрйән хаҡындағы ҙур шәлкем шиғырҙары – үҙе бер ер-һыу, күңел хазинаһы, тыуған еребеҙең һәр иҫтәлекле урынына- “Йылҡысыҡҡан күленә”,” Бабсаҡ батырға”, “Инсебикә ҡаяһына”, арҙаҡлы шәхестәребеҙ – Әхмәт Сөләймәновҡа, Мөхтәр  Сәғитовҡа , данлы йырсыларыбыҙ  –  Ғилман Сәфәрғәлинға, Әлфиә Юлсуринаға,   ябай һәм эшһөйәр халҡыбыҙға арналған  улар.

         Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Йөрәк һинең менән» шиғырын Айгөл Сафина  тәҡдим итә.

         Һеҙҙең өсөн “Атайсал” төркөмө   башҡарыуында  «Бөрйән ере»  исемле  йыр  яңғырай. Айрат Баязитов һүҙҙәре, Гүзәл Һырлыбаева көйө.

         Юлдар оҙон, юлдар урау бында,

         Бөрйән башҡортоноң уйындай.

         Шул юлдарҙан үтһәм,уйҙар биләй

         Йәшәү, Тормош, Ғүмер турында- ти,  күренекле шағир Ҡәҙим Аралбай үҙенең Бөрйән дәфтәренән шәлкемдәр китабында. Заманында беҙҙең районда эшләп киткән, Бөрйән ерен үҙ иткән шағирҙың Ағиҙелгә, Ҡурыуҙыға, Аратауға, хатта Бөрйән мәрйәләренә  атап яҙған шиғырҙары ла бар,  ә күренекле шағир  Хәсән Назар бөрйәндәргә генә хас һүҙҙәр менән  «Бөрйәндә»   исемле шиғырын яҙған. Ошо шиғырҙы Альбина Ырыҫҡолова һөйләп ишеттерә.

         «Һағындыра шул ул Бөрйән тигән хозур был донъя. Йәйге селләләрҙә лә, ҡышҡы ғинуар һыуығында ла күңелгә берҙәй үк яҡын Бөрйән яҡтары. Унда барып төшөп, ҡайтып киткәнсе, тау- урмандарҙың береһенән- береһе күркәмерәк күренештәренә таң ҡалып йөрөйһөң. Торғаны бер әкиәт донъяһы бит…” – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша билдәле шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр “Быуаттар аманаты”  тигән китабында донъя күргән «Бөрйәнемә барам әле” исемле мәҡәләһендә.  Әйҙәгеҙ әле уның «Моңло Бөрйән, серле Бөрйән»  шиғырын тыңлап үтәйек. Һөйләй Әнисә Әхәт ҡыҙы Мофазалова.

         “Бөрйән ҡыҙҙары”  бейеүе менән Ғәзимә Мәзитова.

         Эйе, ҡайҙа ғына аяҡ баҫма- Бөрйәндең һәр ташы, һәр һуҡмағы үҙе, гүйә, тарих һөйләп тора. Һоҡланып һөйләп бөткөһөҙ.

           Халыҡ тарихын, халыҡ яҙмышын үҙендә мәңге сер итеп һаҡлаған  Шүлгәнташ үҙе  генә лә  ни тора? Уға тиң уникаль тәбиғәт күренешен донъя йөҙөндә лә табып булмаҫтыр! Был мәмерйә тураһында  башҡорт шағирҙарыының, шағирәләренең  бик күп шиғырҙары бар: Факиһа Туғыҙбаева “Шүлгәнташ мәмерйәһендә”, Булат Рафиҡов “Шүлгән”, Ғилемдар Рамазанов “Шүлгән таш”, Рауил Бикбаев “Һыуһаным –  һыуҙар бирегеҙ!” һәм башҡалар .

         Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға күренекле шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың  “Мәмерйә”  исемле шиғырын Ләйсән Байморатова   тәҡдим итә.

         Инсебикә ҡаяһы үҙенең тетрәндергес тарихи легендаһы  менән әҙиптәрҙе  мәшһүр әҫәрҙәр яҙырға булышлыҡ иткән гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе ул.Уның хаҡында ла  күп яҙыусыларыбыҙҙың ижадында осратырға мөмкин. Халыҡ  шағирәһе  Факиһа Туғыҙбаеваның  “Инсебикә ҡаяһы” исемле шиғырын  Айгүзәл Байморатова һөйләй.

         Һеҙҙең өсөн  «Инсебикә” вокал  ансамбле башҡарыуында  Данир Мәхмүтов ижад иткән “Инсебикә”  йыры  яңғырай.

         Әлбиттә,  билдәле яҙыусыларыбыҙ тарафынан төбәгебеҙҙең иң ҙур байлығы- ошо мөғжизәләр менән үрелеп үҫкән халҡы, киң күңелле, эскерһеҙ, кешелекле һәм кеселекле, ябай, шул уҡ ваҡытта үҙ яғы өсөн патриотизм рухында йәшәүсе ғорур халҡына һоҡланып яҙылған шиғырҙар ҙа  бихисап. Шуларҙың береһен, Ирек Кинйәбулатовтың  “Бөрйән халҡы” исемле шиғырын Айгиз Ҡолбирҙин тәҡдим итә.

         Бөрйәнде  данлау Республикабыҙҙа йәшәгән һәм ижад иткән  урыҫ яҙыусыларынан  Роберт Паль, Георгий Кацерик, Алексадр Филлипов, Борис Федоров  ижадында ла сағылыш тапҡан.

         Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Роберт Пальдың  “ Бурзян” исемле шиғырын Лилиә Файзрахман ҡыҙы һөйләп ишеттерә.

Үҙе ижад иткән “Бөрйәнем”   йыры  менән Илъяс Аетбаев.

             Ысынлап та, халҡыбыҙҙың бай әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә күҙ һалғас ошондай һығымтаға киләһең: беҙҙең төбәктән дә гүзәл ер юҡтыр донъяла! Берәүҙәрҙе  мөһәбәт һәм ҡеүәтле булмышы, асылып бөтөлмәгән мөмкинлектәре арбаһа, икенселәрҙе әкиәттәгеләй серле донъяһы һәм ҡырағай матурлығы әсир итә. Киләсәктә лә бөрйәндәрҙән ҡот китмәһен, тормошобоҙ йәмле һәм бәрәкәтле булһын тип кисәбеҙҙе яҡташыбыҙ, яҙыусы Мөнир Ишбулатовтың   “Бөрйән”  исемле шиғыры менән тамамлайһы килә.  Һүҙҙе Ғәзимә  Мәзитоваға бирәйек.

“Бөрйән егеттәре” бейеүе  менән “Осҡон”  өлгөлө  бейеү  ансамбле.

 Ошоноң менән бөгөнгө кисәбеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ.

            Төҙөүсеһе А. Сафина.

+1