Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Брәтәк ауылы тарихы

Брәтәк ауылы Бөрйән районының төнъяғында 3 район–Белорет, Ишембай, Бөрйән – сиктәрендә урынлашҡан. Ауыл тарихын өйрәнеуҙең иң ҙур ҡиммәттәренең береһе булып халыҡтың ырыу составы тора. Башҡорт ырыуҙарының этник тарихын өйрәнгәндә шәжәрәлә ҙур роль уйнай. Шәжәрәне һәр ырыу төҙөгән. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре ингән. Сөнки һәр ир кешенең аҫабалыҡ хоҡуғы билдәләнгән был шәжәрәләр, һәм ер ир затына бүленгән. Брәтәк ауылы аҫаба Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы ерҙәренә урынлашҡан. Бөрйән ырыуы ерҙәре Оло Нөгөш башына тиклем ерҙе биләй. Көнсығышта Тамъян–Түңгәүер ерҙәре. Уларҙың ерҙәре Тамъяндар менән сиктәш. Төньяҡта Ҡатай ырыуы ерҙәре. Тарих белгесе Рим Зәйниғәбитдин улы Янғуждың раҫлауынса, ун дүртенсе быуатта күсеп ултырыусы ҡатайҙар тамъяндар менән аралаша. Һөҙөмтәлә теле, мәҙәниәте уртаҡҡа әйләнә. Инйәр буйы ҡатайҙарын Инйәр ҡатайҙары тип йөрөтәләр. Ошо ҡатайҙар менән тамъян–түңгәүерҙәр сиктәш булған. Сик билдәләгән ваҡыттағы тарихи мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Икенсе версияһы: күн үлсәү берәмеге булып торған. Шуға Күн ҡатай булған.

      Һуңынан район административ бүленеш мәлендә район сиктәрен ошо билдәләмәләр аша үткәрелә. Ырыу ерен билдәләүсе сик бағанаһы: “Аҡ бағана” йөрөтөлгән. Бөрйән районы сиге Брәтәк аша үтмәгән. Нөгөштөң уң яҡ яғы юрматыларҙың Ҡыпсаҡ тармағына ҡараған Кирәй–Гәрәй ырыуы ерҙәренә керә. Шәжәрәләр ҙә күренеүенсә, ҡыпсаҡтар Башҡортостанға көнъяҡтан килгән.  XIII-XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡтар тотош Урал алдына һәм Ағиҙел менән Ыҡ йылғаһы араһына инеп ултырған. Артабан, Ағиҙелде аша сығып, уның үрге ағымына нығынғандар. XVII-XVIII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар Ағиҙелдең үрге ағымында, Һаҡмарҙың көнъяғында күпләп йәшәгән. Уларҙың ауылдары Дим тамағындала, Соран, Туҡ һәм Кәмәлек буйҙарын да йәйелеп ултырған. Көнъяҡ Уралда ҡыпсаҡтар төп өс төркөмгә бүленгән: төньяҡта ҡарағайҙар һәм гәрәйҙәр, урта өлөштә – һыуындар, бошмандар, сәнкемдәр, көньяҡта – ҡара ҡыпсаҡтар. Ҡыпсаҡтарҙың төп йәшәү урыны булып Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ райондары тора. Ҡыпсаҡтарҙың тамғалары Тимер ауылы архив материалдарына ҡарағанда, Ҡарағай Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Тимер ҡарттың улы Ҡыуаҫҡол Исламбай ауылына нигеҙ ҡора. Шулай уҡ Бикташ ауылына ла Тимерҙән килеп йәшәй башлайҙар. Ҡыуаҫҡолдан Мырҙағоловтар тарала. Көләбә, Ҡыҫыҡҡа ла тимерҙәр 1834-се йылдарҙа нигеҙ ҡора. Ә Брәтәк ауылына Исламбайҙан күсеп ултыралар. Ауылға тәүге күсеп ултырыусылар Исламбайҙан 5 кеше – Дауыт, Нәби, Хисмәт, Аҫҡарҙан 1 мулла Әрҙәкле моронона нигеҙ ҡоралар. Шәжәрәлә күренеүенсә, тимер – Ҡыуаҫҡол–Мырҙағол–Дауыт–Ғиниәт- Низам. Низам бабай аҙаҡ, атаһы үлгәс, Ҡыҫыҡҡа күсә.

     Брәтәк ауылының тәүге исеме Ятап була. Сөнки ауыл аша үткән тотҡондарҙы тотоу өсөн махсус рәүештә төрмә эшләгән булған. Тотоп оҙатыу өсөн тотҡондарҙы этап менән ҡыуғандар. Ятып ял итеү өсөн генә эшләнгән төрмә булғас, Ятаҡ тип йөрөтөлөүе лә мөмкин. Этапта, Ятаҡта, бер үк ваҡиғаларға барып тоташа. Шуға ике исемдә дөрөҫ һымаҡ: Этап-Ятап, Ятаҡ- Ятап. Ошо исем менән егерменсе быуат башына тиклем атап йөрөтөлә. Аҙаҡ ауылға йылға исеме бирелә. Документтарҙа ошолай теркәлә.

       Брәтәк ауылы Белорет-Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә ”Екатерина юлы” тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К.Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 – йылда Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890йылда барлыҡҡа килә.

     1774 йылдың 17 октябрендә полковник А. Т. Соколов-Хлопуша килә. 1774 йылдың апрелендә Емельян Пугачов үҙе килә. Завод йәҙрәләр эшләй башлай. 1774 йылдың декабрь баштарында С. Юлаев етәкселегендә башҡорт отряды була. Белорет Стәрлетамаҡ тракты иң тура юл булғас, Брәтәк аша Пугачовтыңда, Салауаттың да үтеүе ихтимал. Был юл башҡорттарҙың борондан уҡ төп сауҙа, ырыу ара аралашыу юлы булып та тора. Ауылға яҡын һәм ауыл аша үткән юлдар берәү генә түгел –  улар бик күп. Ләкин хәҙер уларҙы ағас ҡаплаған. Исраҡ юлы Оло Ялан башынан үтә. Бер осо менән Иҙел башына сыҡһа, икенсе осо ошо юл буйында йәшәгән ауылдарҙы тоташтыра. Исраҡ юлын Мүскә ауылының аша үткән өлөшөн Барый юлы тип йөрөткәндәр. Икенсе төрлө Бур юлы тип тә атағандар, сөнки ат ҡараҡтары ошо юлдан урланған мал ҡыуғандар. Табын юлы Әүжәндән Тайбаҫҡан яланы аша (урыҫтар атамаһы Казенный) Усулкаға сыҡҡан. Христиандар ошо юл менән Әүжәндән Усулкаға ғибәҙәт ҡылырға йөрөгәндәр. Шулай уҡ сауҙала иткәндәр. Һуңынан Брәтәк, Аҫҡар, Ташлы, Ҡурғашлы ауылдары аша Егәҙегә күмер ташығандар. Был юл Брәтәк–Волковаша Ҡунҡаҙайға, Мүскә– Егәҙегә сыҡҡан. Ошо юлды хатта Бөйөк Ватан һуғышында, аҙаҡҡы осорҙала ҡулланғандар. Ишле менән Туҡан араһында Һарыялан тип аталған тимер юл станцияһы булған. Ауыл сауҙа итер өсөн иң уңайлы ерҙә урынлашҡан. Берҙән, ике ҙур йылға ҡушылған урында урынлашҡан. Йылғалар үҙе транспорт юлын үтәгән. Йылғалар һал ағыҙыр өсөн мул һыулы булған, балыҡ мыжғып торған. Ҡуйы урман хужалыҡ итеү өсөн бик тә уңайлы булған. Шуғала халыҡ күпләп күсеп ултырған. Башҡорттар Әүжән, Ҡағы,Ҡотҡор, Үҙән заводтары төҙөлгәс, күсенә башлаған да инде.

                                                                                                                                                 Ғүмәров В.Ғ.

                                                                                                                                     Источник:  burzyanmuseum.jimdo.com

0