Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Байғаҙы ауылы тарихы

     Ырымбур губернаһы Верхний Урал өйәҙе етенсе башҡорт кантонлығы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ олоҫы командаһы ун беренсе йорт старшинаһы Ҡунаҡбай Ҡарабаев тимерҙәрҙең бер өлөшөн 1844 йылдар тирәһендә Байғаҙы ауылына күсерә.

     Зәүрәт-сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770-1853) Ҡунаҡбай Ҡарабаевтың улы. Ул Һәүәнәк буйында ауыл нигеҙләй  һәм уға үҙ  исемен ҡуша.

     1816 йылғы рәүиздә (урыҫса-ревизская сказка. Архив, 696,518-се биттәр) Тимерҙә Ҡунаҡбай Ҡарабаевтың улы Байғаҙы, Бикмөхәмәт, Килмөхәмәттәр йәшәй.

    1850 йылдарғы рәүиздә Байғаҙы ауылы барлыҡҡа килгәс, ун икенсе ихатаны йәғни хужалыҡты 80 йәшлек Байғаҙы Ҡунаҡбаев етәкләй. Был мәлдә уның 74 йәшлек беренсе ҡатыны Сәғиләнән 29 йәшлек Аллағол исемле улы, Тәңребирҙе исемле 6 йәшлек ейәне, икенсе ҡатыны булған 46 йәшлек Нәзифәнән уландары Шаһимырҙан (1834-1837), Шаһигәрәй (1834-1837), ун өсөнсө ихатала дүртенсе улы беренсе ҡатынынан Шәрәфетдин (1802 йылғы 42 йәш), ҡатыны Зәлифә – 43 йәш, ҡыҙы Динә, уландары Баһауетдин (1831 йыл), Зәйнәғетдин (1835 йыл), Мөхәмәтдин (1846),икенсе ҡатыны Зөбәйләнән (25 йәш) улы Рыҫҡол (1842) йәшәй.  Ун дүртенсе ихитала бишенсе улы Ишмырҙа (1803), ҡатыны Фатима (38 йәш),уландары Хөббөтдин (19 йәш), Ғәйнетдин (17 йәш), Ҡаһарман (6 йәш), Ибраһим (2йәш) йәшәй.

     Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың ағаһы Бикмөхәмәттең (1754 йылғы) Килдеғол, Ишҡол,Исламғол, Юныс, Юлдыбай, икенсе ағаһы Әбделғазынан (1769 йылғы) Псәнчин (ейәне Дәүләтбирҙе), Абдулла, Солтанша, икенсе улы Ғөбәйтулла, Ғәбиҙулла, Мөхәмәтша тыуа.

      Тимерҙән Байғаҙыға 102 ир-ат заты, 85 ҡатын-ҡыҙ заты, йәмғеһе 34 хужалыҡ күсеп ултырған.

      Шулай итеп, байғаҙыларҙың шәжәрә ағасын, ботаҡ-япраҡтарын, тамырҙарын дауам итеүсе фамилиялар: Баһауетдинов, Баймөхәмәтов, Псәнчин, Ишҡолов,Ҡаһарманов һ.б.

      1859 йылда ауылда 220 кеше йәшәй, 1920 йылда халыҡ һаны икеләтә артып, 478 кеше булған. Ихаталар һаны кәмей, сөнки аслыҡ, һуғыш йылдары. Уларҙың 116 аты, 52 һыйыры, 47 һарығы, 14 кәзәһе, 14 солоғо иҫәпкә алынған. Әлбиттә,солоҡтарының барыһын да күрһәтмәгәндәр.

     1834 йылдарҙа Тимер ауылында 664 кеше булған. Был йылдарҙа урыҫтарҙың башҡорт ерҙәрен талау, көслөк, алдау, осһоҙ хаҡҡа һатып алыу юлы менән эш итеүе дауам иткән. Янау, ҡурҡытыу юлы менән башҡорттарҙы ошо бөлдөргөс алыш-бирештәргә күндергәндәр. «Артыҡ» биләнгән ер майҙандарын тартып алдырмау маҡсатында, ерҙәрен һаҡлап, Тимер халҡыла Байғаҙы, Аралбай, Бикташ ауылдары һәм башҡа утарҙарға күсеп ултырғандар.

       Рядовой Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдиндар Напалеонға ҡаршы һуғышҡан. Ниғмәтулла Юлъяҡшин 1812 йылғы һуғышта 15-се полк составында ике көмөш миҙалға, Байғаҙы Ҡунаҡбаев хәрби орденға лайыҡ булған. Ауыл аҡһаҡалы Юлдаш Дауытов 1781 йылда 69 йәшендә үлгән. Зәүрәт есаул Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, үрәтник башлығы Дәүләткилде Кулунаев (уларҙан Йомағужиндар таралған),  Ишҡол, Исламғол Баймөхәмәтовтар, Итҡара, Ниғмәтулла Юлъяҡшиндарҙың да ауылды тергеҙеүгә өлөшө ҙур булған.

       Байғаҙылар Һәүәнәк һыуын һыулаған, йәйләүҙәр булдырған. Ауылда төп шөғөл малсылыҡ булған. Игенселек өсөн уңайлы ерҙәр аҙ булғас, климат шарттары ла ҡырыҫ булғас, иген аҙ сәселгән. Улар 16 бот ужым бойҙайы, 320 бот бойҙай сәскән.

       Ошо бәрәкәтле ерҙәрҙе төйәк иткән Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың ҡәберлеге таш менән уратылған, кәшәнә формаһында эшләнгән.

       Тимер ҡарттың быуынынан байғаҙыларҙы тоташтырыусы Кирәева (Аллабирҙина) Сәбилә инәй әлеге ваҡытта Ағиҙел ҡасабаһындағы ҡыҙы Рәйләлә йәшәй.

Ҡалҡаман ҡарттан (йәғни бәрей затын дауам итеүселәрҙән, ен һымаҡ тиҙ эшләүселәрҙән) Байғаҙыға күсеүселәр Ҡотлогилдин уландары Иҫәнбаевтар, Бикмөхәмәтовтар, Иманғоловтар, Күсәрбаевтар, Балапановтар, Баязитовтар һ.б.таралған. Аралары-Һәйетбай. Һармаҡтар – Даутовтар һ.б.

       1924 йылда Байғаҙы ауылында ике йыллыҡ мәктәп асыла. Дәрестәр ғәрәп телендә алып барыла. Ауылдың беренсе уҡытыусыһы – сәсән Сабирйән Зәки улы Мөхәмәтҡолов.

       1929-1930 уҡыу йылында Ғәлиәкбәрҙән Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы латин хәрефе һәм ысулы буйынса дәрестәр бирә. Мәктәптә тәүләп түбәндәге уҡытыусылар эшкә килә: Әхмәт Гәрәев (Баймаҡ районы), Шәриф Ишҡыуатов (Байназар), Сабирйән Әхмәтов (Монасип), Ғизетдин Муллағолов (Иҫке Монасип), Маһира Хәсәнова, Исмәғизәм Йәһүҙин (Килдеғол), Мостафа Хәсәнов (Байғаҙы). Шулай итеп, йылдан-йыл кллектив тағы ла тулылана.  Мәктәп 1951-1952 йылдарҙа 7 йыллыҡ, 1970 йылда 8 йыллыҡ була. 1993 йылда дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә.

      Ауылда1982 йылда ауыл Советы ойошторола, клуб, мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт эшләй.  Үрнәк хужалығының Байғаҙы бригадаһы эшләп килә, ул игенселек, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, тәүәккәл кешеләр үҙ эштәрен астылар: сауҙа,  пилорамалар,  крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының эштәре үҫешә.

      2009 йылда мәсет асылды.

      Ауыл тарихында 1850 йылғы рәүиздә ихата хужаһының исем-шәрифе, милләте унан алдағы рәүиздә нисә йәштә булыуы, үлгән йылы, йә икенсе ергә күсеп китеү сәбәбе (рөхсәтһеҙ күсеү тыйылған), ғаилә ағзаларының исеме, ошо хужалыҡта йәшәгән башҡа кешеләрҙең исеме, ҡайһы яҡтан туған булыуы тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Үҙем 1850 йылдағы рәүиздәге һандарҙы Байғаҙы ауылында йәшәп үлгән кешеләрҙең йәштәренә сағыштырып, быйыл Байғаҙы ауылына 160 йыл тула тип дәлилләйем.

    Эшсән, белемле кешеләре менән бай ул байғаҙылар.

   2010 йылда райондың 80 йыллығын билдәләгәндә ауылда 112 хужалыҡта 431 кеше йәшәй. Юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә 14 студент, урта махсус уҡыу йортонда 11 уҡыусы уҡый.

 Хужалыҡтарҙа һыйыр малдары 379 баш, шуның 153-ө һыйырҙар, аттар 97 баш,кәзә-һарыҡтар 522 баш, бал ҡорто 56 баш, ҡош-ҡорт 927 баш.  Халыҡта техникала күп: еңел машиналар 61, йөк машиналары 4, тракторҙар 28.

   Ауылда 11 йыллыҡ мәктәп, фельдшер-акушер пункты, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл Советы хакимиәте, Үрнәк ауыл хужалығы предприятиеһының Байғаҙы бригадаһы, 4 шәхси пилорама, 4 эшҡыуарҙың магазины эшләй.

                                                                                                                                Д.З. Аллабирҙин

                                                                                                                          Источник:   burzyanmuseum.jimdo.com

История деревни Байгазы

     Жители д.Тимирово имели три хутора: Кулябинский, Байгазинский и на р.Бусундубаш, которые в 1834 г., когда были запрещены выезды на хутора, получили статус деревень. Чтобы сохранить свои земельные угодья, часть тимировцев переселяется в хутора и создает деревни…

     Сотник Байгазы Кунакбаев (1770-1853) при р.Суваняк основал деревню своего имени. Известны его сыновья Аллагул (его сын Тангрыберды), Шарафетдин, Ишмурза Байгазины.

     В год основания д.Байгазино в ней проживало 168, в 1859 г. – 220, в 1920 г. – 478 человек.

     Из 24 дворов 22 выезжало на кочевку. Им принадлежало 116 лошадей, 52 коровы, 47 овец, 14 коз. Вся деревня имела 14 бортей. Здесь следует подчеркнуть, что не все борти и ульи учитвыались по причине скрытия их местонахождения.

    Они засеяли 16 пудов озимого и 320 пудов ярового хлеба.

    Рядовые Хайбулла Ташбулатов, Расул Ишкильдин участвовали в компании против Наполеона в 1805-1807 гг. Нигматулла Юльякшин – участник Отечественной войны в составе 15-го полка, награжден двумя серебряными медалаями.

Библиография:

    Асфандияров, А.З. Бурзянский район [Текст] /А.З. Асфандияров//  История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. – Уфа, 2009. – С. 43-50.

0