Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Алдар батыр

Алдар Иҫәкәев

(ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Алдарбай Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин)

Башҡорт халҡының легендар шәхестәренең береһе. Батыр, Бөрйән улусы старшинаһы, урыҫ армияһының Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашыусы, 1704-1711 йй. башҡорт ихтилалы етәксеһе.

        Алдар батырҙың баһадирҙарса көсө тураһында шундай мәғлүмәттәр ҡалған: Азовты ҡамағанда 70 меңлек урыҫ ғәскәре яугирҙары араһынан батырҙарҙың хәнйәр менән алышына Алдарҙы һайлап алалар һәм ул еңеп сыға, ә ҡамалған ҡәлғәғә сабауыл яһағанда төрөк армияһы тураһында мөһим мәғлүмәт биреүсе яугирҙы ҡулға ала. Азов ҡәлғәһе ҡолатыла, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ киңлегенә сығыуы ла ошо тарихҡа бәйле. Күрһәткән батырлығы өсөн Петр I батырға тархан исемен биреп, алтын ҡынлы ҡылыс бүләк итә.

        Урыҫ батшалығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, 1704 йылда Бөрйән улусы старшинаһы А. Иҫәкәев ризаһыҙлыҡ белдереп, халыҡты батшаларға ҡаршы яуға күтәрә. 30 меңлек башҡорт ғәскәренә етәкселек итә, уларға Волга буйы халыҡтары ла ҡушыла. Ихтилал 1711 йылға тиклем дауам итә. Батша хөкүмәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын раҫларға, яңы һалымдарҙы туҡтатырға, урындағы властарҙы башбаштаҡлыҡта һәм йәберләүҙәрҙә ғәйепләп, хөкөм итергә мәжбүр була.

        1731-32 йылдарҙа Рәсәй илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙөндә ҡатнаша, төнъяҡ ҡаҙаҡтарының урыҫ подданныйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ итә, бының өсөн 1733 йылда икенсе тапҡыр тарханлыҡ ярлығын һәм көмөш ҡынлы исемле ҡылыс ала.

          1740 йылда башҡа башҡорт старшиналары менән бергә император ҡатынына башҡорттарҙы ярлыҡау тураһында ғариза менән бара. Баш күтәреүселәргә йәшерен ярҙам итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына, бығауланып, һаҡ аҫтында Минзәләгә ебәрелә, язалап үлтерелә.

          XVII быуаттың 70-се йылдарында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусында тархан Иҫәкәй Ҡәҙербаҡин ғаиләһендә тыуған. Бөрйән районы Әтек ауылында батырға һәйкәл ҡуйылған, Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы эргәһендә – стела, Өфө ҡалаһы составындағы Нуғай ауылында урамға Алдар Иҫәкәев исеме бирелгән.

+5