Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тыл ветераны менән осрашыу

7 май көнө Иҫке Монасип ауыл китапханаһынан бер төркөм балалар китапханасы Мырҙағолова Айһылыу Әхмәт ҡыҙы менән берлектә тыл ветераны Ғәлина Мәрхәбә инәйҙе Еңеү байрамы менән ҡотларға барҙылар. Килеүҙәренең маҡсатын әйткәс, инәйҙең йөҙө яҡтырҙы, балаларҙы яурындарынан һөйҙө, ҡат-ҡат рәхмәттәрен әйтте. Балалар ветеранға ҡотлау открыткаһы һәм бүләк тапшырҙы. Инәй ҙә, үҙ сиратында, буш ҡалманы-шиғри күстәнәсен бүләк итте:һуғыш тураһында шиғыр һөйләне, башҡорт гимнын йырлап күрһәтте. Балалар оло йәштәге кешенең хәтере яҡшылығына, йәштәрсә дәртле булыуына һоҡланып дәррәү ҡул саптылар “Балалар, яҡшы уҡып, илгә файҙалы кеше булығыҙ. Беҙҙең күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Һуғыш ваҡытында һеҙҙең кеүек бәләкәй генә балалар ас-яланғас көйө ололар менән бер рәттән колхоз эшен эшләне. Серек картуф ашаныҡ, уныһы эләкһә – бик шәп. Уҡыу эләкмәне беҙгә. Һеҙ тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ. Шуны онотмағыҙ, балалар, ошо байрам, Еңеү көнө – иң ҙур байрам”, -тип ҡат-ҡат ҡабатланы күпте күргән Мәрхәбә инәй.

0