Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Еңеү яҙы килә тыуған еремә

7 май Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап “Еңеү яҙы килә тыуған еремә” исемле хәтер кисәһе үткәрҙе. Саҡырылған ҡунаҡтар балалаларға үҙҙәренең ауыр бала саҡтары, хәлдәренән килгәнсә төрлө эштәрҙә йөрөүҙәре тураһында һөйләне. Беҙгә тыныс көндәр, яҡты киләсәк бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырҙылар. Фәниә апай Бикбаева-Ҡулбирҙина үҙе яҙған “Атайымды мин күрмәнем” шиғырын һөйләне һәм ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе яугирҙарҙы ололалағыҙ, уларҙы онотмағыҙ тине. Район хакимиәте вәкиле,Иҫке Собханғол ауыл совете рәисе, Иҫке Мөсәт ауыл советы депутаты Раян Рамазан улы Шахниязов ҡунаҡтарҙы ҡотланы һәм йылы һүҙҙәр еткерҙе. Байрам күңелле сәй табыны менән тамамланды.

0