Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Чернобыль: катастрофа эҙҙәре

1986 йылдың 26 апрелендә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай…

Доньяның иң дәһшәтле атом һәләкәте – Чернобыль фаҗиғәһенә бөгөн – 35 йыл. Шул уңайҙан Исламбай мәктәбендә 7 һәм 9 класс уҡыусылары өсөн «Чернобыль: катастрофа эҙҙәре» тип исемләнгән мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. уҡыусы балаларға атом, уның килеп сығыу тарихы, Чернобыль фаҗиғәһенең зҙемтәләре тураһында мәғлүмәт бирҙе, тарихыбыҙҙағы аяныс ваҡиғаларҙы белеп үҫергә кәрәклегенә ишара яһаны. Тарих уҡытыусыһы Кәримова З.Г. христиандарҙың изге китабы Библияла Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә булыуы алдан иҫкәртелеүе, радиацияның кеше организымына тәҫьире, нур ауырыу барлыҡҡа килтереүе һәм башҡа мәғлүмәт еткерҙе. Һуңынан, 2011 йылда ЧАЭС фажиғәһенә 25 йыл тигәндә Чернобыль ҡасабаһында «Звезда Полынь» мемориаль комплексы булдырылыуы, “Украина” кинотеатрында ЧЗО зонаһынан киткән кешеләрҙең әйберҙәренән йыйылған музей, Хәтер аллеяһы һәм “Трубящий ангел” һәйкәле ҡуйылыуы, авария һөҙөмтәһендә станция янындағы ҡарағай урманы ҡаты нурланышҡа дусар булып ҡарағайлыҡ ҡыҙғылт – һары төҫкә инеп ҡыуара һәм “Рыжий лес” феномены алған урман тураһында презентация күрһәтелде.

Бындай фажиғәне ҡабатламаҫҡа ынтылыу – беҙҙең һәр беребеҙҙең бурысы. Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең хеҙмәте, ҡаһарманлығы – ысынын да ҙур батырлыҡ. Уларҙы беҙ белергә, онотмаҫҡа, хөрмәт күрһәтергә бурыслыбыҙ. Кеше яҙмыштарын емереүсе бындай һәләкәттәр бүтән бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине тигән теләк белдерҙе балалар.

0