Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Бөрйән районы үҙәкләштерелгән китапханалар систеһы  китапханасылары 24 апрелдә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашты.
Быйыл диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм музыканттар- «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, рок башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡыны.
Диктант онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа уҙғарылды. Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа алды. Оффлайн форматта укыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, предприятиеларҙа, йәмәғәт ойошмалар офистарында һәм башҡа урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек булды.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.

0