Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милли кейем – милли рух

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы милли кейемендә,сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Балалар күңелендә милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында 16 апрель Аҫҡар ауылы китапханасыһы Мырҙабулатова Н. мәҙәниәт хеҙмәктәрҙәре менән берлектә “Милли кейем-милли рух” исемле сара үткәрҙе. Уҡыусылар башҡорт халҡының сағыу кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштылар, ҡыҙыҡһынып төрлө һорауҙар бирҙеләр. Сара барышында кескәйҙәр башҡорт халыҡ уйындары “Йәшерәм яулыҡ”, ”Йөҙөк һалыш”кеүек уйындар уйнанылар. Ысынлап та, бәләкәйҙән һәр кем үҙҙәренең милли асылын – кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә, улар менән ғорурланырға тейеш. Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынға иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырған, ошо халыҡ ижадына һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫәсәк.

0