Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милли кейем халыҡтың күңел көҙгөһө

16 апрель Әтек ауылы китапханаһында уҡыусылар өсөн милли кейемдәр тураһында белемдәрен байытыу маҡсатында әҙәби дәрес үтте. Уҡыусылар “Милли кейем халыҡтың күңел көҙгөһө” исемле китап күргәҙмәһе янындағы әңгәмәнән һуң, башҡорттарҙың кейемдәрен ентекләп төшөргән күренекле рәссамдәрҙең Тәнзилә Ғайфуллинаның, Ҡ. Дәүләткилдиевтың – «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”, Ә. Лотфуллиндың – “Әсәйем портреты”, “Ҡыҙыл яулыҡлы башҡорт ҡатыны” эштәре менән таныштылар. Сара аҙағында алдан әҙерләнгән, милли кейемдәр төшөрөлгән шаблондарҙы биҙәп буянылар.
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.

 

0