Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Йыһан киңлегенә сәйәхәт

12 апрелдә Рәсәйҙә генә түгел, ә бар донъяла Космонавтика көнө билдәләнә. 60 йыл элек “Восток” карабында Юрий Гагарин Ер шарынан беренсе булып йыһанға оса һәм үҙенең исемен ғүмерлеккә тарих биттәренә теркәй. Ул Байконур космодромынан старт алып, Ер шары орбитаһы буйлап 108 минутта әйләнеп сыға. Осоу барышында космонавт менән ике яҡлы радио бәйләнеш булдырыла һәм Гагарин: “Осоу уңышлы бара, үҙемде яҡшы тоям,”- тип хәбәр итеп тора. Ер шарын бер тапҡыр әйләнеп сыҡҡас, карап Һарытау өлкәһенә ултыра, ә космонавт катапультланып парашют менән ергә төшә. Планетаның беренсе космонавты – Юрий Гагаринға Советар Союзы Геройы исеме бирелә, ә уның беренсе осошо байрамға – Космонавтика көнөнә әүерелә. Ошо уңайҙан Байғаҙы ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн “Йыһан киңлегенә сәйәхәт” исемле сара үтте. Балалар был датаның ҡасан барлыҡҡа килеүен белделәр шулай уҡ тәүге тапҡыр йыһанға осоусы косманавт тураһында, йондоҙлоҡтар, планеталар әйләнеше хаҡында мәғлүмәт алдылар. Викторина һорауҙарына яуап биреүҙә, кроссворд сисеүҙә, космонавты танып белеү кеүек ярыштарҙа актив ҡатнаштылар. Һуңынан ракета формаһында закладка эшләнеләр. Был сараға уҡыусыларҙың һүрәттәре менән байытылған күргәҙмә эшләнде.

0