Ҡупшыҡай-2021
9 апрель Аҫҡар ауыл мәҙәниәт йортонда китапханасы Мырҙабулатова Н. башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡупшыҡай-2021” конкурсы үткәрҙе. Кескәй генә ҡупшыҡайҙарыбыҙ был бәйгелә үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡараны. Йыр-моңға һәләтен, белемдәрен, зирәклектәрен, мода күрһәтеү, сәскә таҫма бәйләү, бәпәй йыуатыу кеүек еңел булмаған конкурс төрҙәрендә көс һынаштылар. Ә инде Батырша Ибраһимов һәм Динислам Юлмөхәмәтовтың моңло йырҙары ҡупшыҡайҙарыбыҙҙы дәртләндереп, кисәгә йәм өҫтәне. Ҡыҙ кеше – илаһи зат, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә ул. Ә инде бында йыйылған кескәй генә ҡупшыҡайҙарыбыҙ киләсәктә матур,уңған,инсафлы гүзәлкәйҙәр булып үҫерҙәр әле тигән теләктәр менән таралышты сарала ҡатнашыусылар.
0