Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әкиәт иленә сәйәхәт

Әкиәт – бала саҡтың иң сағыу өлөшө. Уның ярҙамында кеше яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәнә, тылсымға һәм мөғжизәгә ышана. Уның тәрбиәүи роле шаҡтай оло булыуын иҫәптә тотоп, 9 апрель көнө Байназар ауылы китапханасылары Аетбаева Р. һәм Сатвалова Г.  Ҡурғашлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының 1-4 класс уҡыусылары өсөн “Әкиәт иленә сәйәхәт” ойошторҙо. Бергәләп төрлө-төрлө әкиәттәрҙе иҫкә төшөргәндән һуң, уҡыусылар үҙҙәрен төрлө ярыштарҙа һынап ҡаранылар. Үҙҙәренең тапҡырлыҡтарын һәм етеҙлектәрен – бирелгән пазлдарҙан әкиәт геройҙарын төҙөп, ҡумта эсендәге тылсымлы әйберҙәрҙең ниндәй әкиәттән икәнлеген белеп, викторина һорауҙарына яуап биреп, йомаҡтар сисеп күрһәттеләр. Уҡыусылар сара аҙағында әкиәт китаптарын өйҙәренә уҡырға ла алды.

 

0