Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Исламбайҙа йола байрамы үтте

Элек яҙ етеп, көндәр йылына башлағас, малдар көтөүгә сыҡмаҫ борон, мал-тыуарҙың имен-аман ҡыш сығыуын, күгүләнгә аяҡ баҫып, көҙ башы артып, кәртә-ҡураға теүәл инеүен теләп, һәр ауылда “Баш итенә саҡырыу” йолаһын үткәрә торған булғандар.
Ошо бик боронғо, хәҙер инде онотола ла барған йоланы тергеҙеү, яңартып күрһәтеү маҡсаты менән 7 апрель Аҫҡар ауылы ағинәйҙәре Исламбай ауылы ағинәйҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, “Һыу бойһонор быуаға – ил бойһонор йолаға” – тип исемләнгән баш итенә саҡырышыу йолаһын күрһәттеләр. Ике ауыл ағинәйҙәре элек нисек “Баш итенә” саҡырышып ҡунаҡ булыуҙары, был туҡлыҡлы ризыҡтың файҙаһы тураһында һөйләп ишеттерҙеләр. Шулай уҡ уңған хужабикәләр баш итенән әҙерләнгән ризыҡтарҙың төрө һәм әҙерләү рецебы менән дә уртаҡлаштылар. Кемдер дерелдек, кемдер баш итенән колбаса әҙерләп алып килгән ине. Аҫҡар ауылы инәйҙәре был үҙенсәлекле ризыҡҡа дан йырлап, таҡмаҡтар йырлап күрһәтһә, Исламбай ағинәйҙәре лә йырлы – бейеүле күстәнәстәрен бүләк иттелер. Сараның икенсе өлөшөндә ауыл имам хатибы Юлай Ғәлиуллин мал-тыуар именлегенә һәм әруахтар рухына аят бағышланы һәм “малдарыбыҙ һилле булһын, ишле булһын, ҡото китмәһен, бер баш мал урынына, ике баш мал тыуһын” тигән теләктәр менән баш итенән ауыҙ иттеләр. Ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡтары менән һыйлап, төрлө уйындар уйнатып, йырлатып, бейетеп, былай ҙа күтәренке күңелдәргә тағы ла дәрт өҫтәп, оҙатып ҡалды хужабикәләр. Бына шулай, “боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, милли аш-һыуҙарыбыҙға өҫтөнлөк биреп, борондан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалтмай, йолаларыбыҙҙы онотмай, киләсәк быуындарға ла тапшыра киләйек”, тигән теләктә таралышты Ағинәйҙәр.

0