Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәләмәт тәндә сәләмәт рух

Сәләмәтлек- кешенең иң ҙур байлығы. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеһе килһә, һәр кеше иң беренсе сиратта үҙенең сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртырға тейеш. Аҙ хәрәкәтләнеү сәләмәтлек өсөн зарарлы. Хәҙерге осор кешеһе аҙ хәрәкәтләнә, физик эште аҙ эшләй. Балалар күберәк телевизор, компьютер ҡаршыһында ултыра. Күп хәрәкәтләнеү, спортты яратыу, сәләмәт булыуға иң төп аҙым.
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Бына инә көс һәм дәрт!
Тәнгә – сихәт, йәнгә –рәхәт,
Хәрәкәткә мең рәхмәт!
Ошо маҡсат менән 7 апрель Байғаҙы ауылы китапханасыһы Ғәбиҙуллина Ф.  Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Хәрәкәттә-бәрәкәт” исемле сара үткәрҙе. Уҡыусылар “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Осто – осто”, “Һәпәләк” шулай уҡ “Йоморо икмәк”, “Һорау-яуап” кеуек уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Теләүселәр үҙҙәренең кәүҙә ауырлығын һәм буйын үлсәнеп белә алды.

Сәләмәтлек – кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән, уйындан ҡәнәғәтлек таба. Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Толомғужина Л. башланғыс синыф уҡыусылары өсөн “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” девизы аҫтында “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” исемле сара үткәрҙе. Уҡыусылар етеҙлектә, тапҡырлыҡта көс һынаштылар, йүгерҙеләр, һикерҙеләр. Сәләмәт булыуға алға табан бер аҙым яһанылар.

7 апрель – Бөтә донъя Сәләмәтлек көнө билдәләнә. ҙ апрель “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек” йылы һәм сәләмәтлек көнө сиктәрендә Яңы Собханғол ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусылары өсөн Иҫке Мөсәт ауылы китапханасыһы Күсәпова Ф. “Сәләмәт булырға теләһәң…” исемле һаулыҡ сәғәте үткәрҙе. Әңгәмә барышында сәләмәтлектең иң ҙур байлыҡ булыуын, сәләмәт кеше ниндәй була икәнен, кешегә йәшәү өсөн нимәләр кәрәк икәнен балалар менән бергәләп асыҡланылар. Сара аҙағында балалар күңелле уйындар уйнанылар.

7 апрель Иҫке Монасип ауыл китапханаһында Һаулыҡ көнөнә арналған “Һаулығың – байлығың” тип аталған һаулыҡ дәресе үтте. Китапханасы Мурзагулова А. “Һаулыҡ – ҡиммәтле бүләк” күргәҙмәһендәге китаптарға күҙәтеү яһаны, балаларға кәңәштәр бирҙе. Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. Әңгәмә аҙағында ауырымай йәшәр өсөн үҙеңде насар ғәҙәттәрҙән тыя белеү кәрәк тигән һығымтаға килделәр.

7 апреля в Набиевской сельской библиотеке прошел познавательный урок «Здоровье – прежде всего». Библиотекари в начале мероприятия рассказали детям, что каждый человек – сам творец своего здоровья и поэтому очень важно с раннего возраста заниматься физкультурой, закаливаться и соблюдать правила личной гигиены. Провели подвижные игры, минутки вопросов и ответов. Ребята познакомились с книжно-иллюстративной выставкой «В здоровом теле – здоровый дух».

7 апрель Тимер ауылы китапханаһы китапханасыһы Үлмәсбаева Г. мәктәп менән берлектә уҡыусылар өсөн саф һауала бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Сәләмәт тәндә сәләмәт рух” исемле сара үткәрелде. Күңелле стартта, төрлө ҡыҙыҡлы хәрәкәтле уйындарҙа балалар ихлас ҡатнашты.

7 апрель Яуымбай ауылы китапханасыһы Кинйәкаева Р.  уҡыусы балалар өсөн “Сәләмәтлек – үҙе бәхет” исемле ҙур бер сара ойошторҙо. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар һау-сәләмәт булып үҫергә тейештәр. Һаулығы булған кешенең генә киләсәге яҡты, өмөтлө. Сараның маҡсаты уҡыусыларҙа спортҡа һәм сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү: сәләмәтлекте һаҡлауҙың, нығытыуҙың мөһимлеген төшөндөрөү, халыҡ аҡылының, халыҡ ижадының һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу. Уҡыусылар 2 командаға бүленеп, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡаранылар. Спорт уйындарында ихлас ҡатнаштылар. Шулай уҡ һаулыҡ тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе лә бик күп беләләр икән. Йомаҡтарға ла яуаптарҙы бик тиҙ таптылар. Ял итеп, уйнап, күңелдәре күтәрелеп ҡайттылар. Сарала бөтәһе 27 кеше ҡатнашты.

 

0