Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мөғжизәле космос

6 апрель Ҡолғана ауыл китапханаһында уҡыусылар менән космонавтика көнөнә арнап “Мөғжизәле космос” исемле оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Балалар үҙҙәренең белемдәрен, теләктәрен эшкә егеп бик матур әйберҙәр эшләнеләр. Китапханасы Вәлиева Г. дәрес ваҡытында быйыл кешенең йыһанға тәүге осоуына 60 йыл булыуын әйтеп үтте. 1961 йылдың 12 апрелендә, бөтә Ер шары Советтар Союзының орбитаға йыһан карабы осороуына шаһит була. “Восток” йыһан карабы ул ваҡытта күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ тиҙлектә – 108 минутта Ерҙе урап сыға. Космонавт Юрий Гагарин бөтә донъяға билдәле була. Был  мәғлүмәттәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу  һәм тыуған иле менән ғорурланыу тойғоһо уятты. Китапханасы космосҡа арналған әҙәбиәт менән дә таныштырып китте.

0