Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Өләсәй һәм ейән- ейәнсәрҙәр

Өләсәйҙәрҙең яратыуҙары күктәрҙе бейегерәк, ҡояшты яҡтыраҡ, иртәгәһе көндө ышаныслыраҡ итә, йәнде имләй, йөрәккә май булып яғыла. Улар янында һин яҡлаулы. Эш боҙһаң да, улар һине аҡларлыҡ сәбәп таба. Ейән-ейәнсәрҙәрен һәр саҡ йөрәгенә ҡыҫа. Ошо һөйөү беҙҙе һуңынан ғүмер буйы оҙата йөрөй…
7 апрель Ғәҙелгәрәй ауылы китапханасыһы Сирбаева Г. “Тамсыҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм өләсәйҙәре өсөн “Өләсәй һәм ейән- ейәнсәрҙәр” исемле байрам үткәрҙе. Сара балаларҙың сағыу сығыштарынан, концерт номерҙарынан башланып китте. Һуңынан төрлө уйындар уйнанылар, бейеп тә алдылар, йомаҡтарға, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр. Байрам сәй табыны менән тамамланды.

0