Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мөғжизәле театр донъяһы

27 март Бөтә донъя театр көнөнә арнап Әтек ауыл китапханаһында сара үтте. Уҡыусылар “Мөғжизәле театр донъяһы” исемле китап күргәҙмәһе менән танышып, ҡурсактар ярҙамында күрһәтелгән “Төлкө һәм ҡуян” әкиәтен ҡаранылар һәм ролдәргә бүленеп үҙҙәренең актерлыҡ оҫталыҡтарын һынап ҡаранылар. Эйе, театр халҡыбыҙҙың матур сәнғәте.Театр иң беренсе баланың ижади һәм рухи дәрәжәһен аса, уға был реаль донъяла яраҡлашырға ярҙам итә.

0