Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәнғәт донъяһында

3 ноябрь Байназар ауыл моделле китапханаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күҙ нурҙары һалып эшләгән эштәренән торған онлайн күргәҙмә тәҡдим итте. Матур, сағыу, ҙур һөйөү менән эшләнгән ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, аңыбыҙға һеңгән әсәй-өләсәйҙәребеҙ мираҫы юйылмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, үҫеп килгән быуынға биреп ҡалдырыр мираҫыбыҙ һаҡланыр.

      Китапханала “Сәнғәт донъяһында” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

0