Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Берҙәмлек менән көслөбөҙ

3 ноябрь үҙәк район китапханаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.  Акция сиктәрендәге саралар “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында онлайн форматта үтте. Китапханала “Берҙәмлек менән көслөбөҙ” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Иҫтәлекле көндөң тарихы, әһәмиәте менән танышыу маҡсатында видеофильм ҡарарға тәҡдим ителде. 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү тураһындағы киноны 526 кеше ҡараған.

      Шулай уҡ китапхана үҙенең дуҫтары ихтибарына яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр фоторәссам Зиннур Боҫҡоновтың эштәре аша тыуған яғыбыҙҙың хозурлығына һәм ҡул эштәре оҫтаһы Сәүиә Әминеваның бисерҙан эшләгән биҙәүестәренең иҫ киткес матурлығына һоҡланып алырға тәҡдим итте.

0