Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Шуларҙың береһе – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Репрессия – тарихыбыҙҙың иң аяныслы биттәренең береһе. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше халыҡ дошманы булараҡ ғәйепләнә, тиҫтәләрсә мең кешене, “кулак” мөһөрө һуғып, ситкә һөрәләр. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡлана. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Хәтер китабы» баҫылып сыҡты.
Китапханаларҙа ла был дата билдәләнеп китте. Мәҫәлән, үҙәк район китапханаһы уҡыусылар иғтибарына репрессиялар тураһында документаль фильм тәҡдим итте. Фильмды онлайн китапхана битенән ҡарарға була. Иҫке Монасип ауылы китапханаһында күргәҙмә эшләнде һәм китапхана битендә репрессия тураһында мәғлүмәт бирелде. Иҫке Мөсәт китапханаһы битендә лә  сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә мәғлүмәт менән танышырға була.

0