Китап уҡыусылар конференцияһы үтте
Ҡотан ауыл китапханаһында, Бөтә донъя икмәк көнөнә, шулай уҡ Еңеүҙең 75 йыллығына арналған, Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһе буйынса китап уҡыусылар конференцияһы үткәрелде. Балалар хикәйәләге төп геройҙар Миҙхәт һәм Мотаһарҙың әсе яҙмышы һәм һуғыш ваҡытындағы бөтә илдәге аслыҡ тураһында фекер алыштылар. “Икмәк бөтәһенә лә баш”мы, ысынлап та, икмәк барҙа тормош дауам итәме, һуғыш ваҡытындағы “икмәкһеҙ” һәм әлеге осорҙағы “икмәкле” тормоштоң айырмаһы нимәлә сағыла? Сарала ҡатнашыусылар, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Ф. Акбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһе “Туған телгә йөҙ аҙым” проектына индерелгән.
0