Туған телгә 100 аҙым
Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. 13 декабрь Әтек ауыл китапханаһында уҡыусыларыбыҙҙа үҙ телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн, “Туған телем- моңло көйөм” исемле әҙәби – сәғәт үтте. Уҡыусылар “Туған телгә 100 аҙым” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе менән танышҡандан һуң, күренекле шәхестәрҙең шиғырҙарын уҡып, башҡорт халыҡ мәҡәләләрен дауам иттеләр, йомаҡтарға яуап табып белемдәрен тулыландырҙылар. Сара “Туған телем” йыры менән тамамланды. Был әҙәби дәрес уҡыусылар өсөн тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь – Башҡортостанда Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көн башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, яҡтылыҡ йырсыһы, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә. Ошо уңайҙан, Исламбай ауыл китапханаһында, “Телеңде һаҡла! Ул һинең киләсәгең!” тип исемләнгән кисә үтте. Башҡорт телен популярлаштырыу, балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән кисәгә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Рафаэль ҡыҙы, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы Маһира Бәшир ҡыҙы, ауыл советы депутаты Азат Рәис улы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Гөлфинә Абрар ҡыҙы саҡырылды. “Башҡорт теле-ата-бабаларыбыҙҙың иң изге бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр”,- тип кисәне асып ебәрҙе китапханасы. Беҙҙең телебеҙҙең ниндәй гүзәл, күркәм, йыйнаҡ, бай, ҡөҙрәтле, ҡеүәтле, мәргән икәнен, шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен, яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырыуы тураһында фәһемле әңгәмә ойошторолдо. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген оноторға тейеш түгелбеҙ тигән ҡарарға килде уҡыусылар. Һуңынан саҡырылған ҡунаҡтар «Туған телгә 100 аҙым» проектында уҡырға тәҡдим ителгән башҡорт авторҙарының 100 китабы араһынан Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһен ҡысҡырып уҡып, хикәйә буйынса фекер алышыу ойошторҙолар. Бындай саралар үткәреүҙең әһәмиәте,әлбиттә, ҙур. Уҡыусылар телебеҙҙең бай ҙа, күпте күргән сәсәндәй йор ҙа, зирәк тә, серле лә фән булыуына төшөнәләр.
“Туған телгә 100 аҙым” акцияһы сиктәрендә Байғаҙы ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн “Алтын тирмә” уйыны үтте.Ҡатнашыусылар тарих, әҙәбиәт, сәнғәт тураһында һәр дөрөҫ яуап өсөн тәңкәләр йыйҙылар. Уйындың икенсе этабы “Дөрөҫ яуапты тап?” булһа, өсөнсө этабында уҡыусылар Рәми Ғәриповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләнеләр. Киләсәк быуындың туған телгә, башҡорт яҙыусыларының ижадына булған һөйөүен үҫтереү беҙҙең төп маҡсатыбыҙ.
13 декабрь, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана иғлан иткән «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына ҡушылып Ҡолғана ауыл китапханасыһы Аетбаева Г. Ғ. уҡыусыларҙа үҙ телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсатында “Кем? Ҡайҙа? Ҡасан” исемле интеллектуаль уйын викторина үткәрҙе. Уҡыусылар “Туған телгә 100 аҙым” тип исемләнгән китап күргәҙмә менән танышҡандан һуң, 2 команда менән уйын викторина уйнанылар.Төрлө һорауҙарға команда менән берлектә ойошоп яуаптар эҙләп, артабан уҡыуҙарына дәрт, көс алып, белемдәрен арттырып таралыштылар. Кисә тәрбиәүи яҡтан да бик әһәмиәтле, фәһемле булды.