“Йөрәк һүҙе” конкурсы үтте
20 ноябрь көнө Байназар ауыл китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Әсәләр көнөнә арналған “Йөрәк түремдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрем һиңә, ҡәҙерле әсәйем!” тигән темаға “Йөрәк һүҙе” конкурсы үтте. “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашҡан һәр кемдең тамашасыны арбарлыҡ, тетрәндерерлек әйтер һүҙе бар ине. Уларҙың һәр береһе үҙ маҡсатына өлгәште. Ҡатнашыусылар Лена һәм ҡыҙҙары Алина, Диниә, Лидиә, Илгизә Әлхәмовалар, Гүзәл һәм улы Илназ Аҙанғоловтар, Нәзифә һәм ҡыҙы Вәсилә Әюповтар, Ишҡыуатова Нажиә һәм ҡыҙы Лилиә, Роза һәм ҡыҙы Айгизә Айытбаевалар, Ишбаева Фәнүзә һәм ҡыҙы Лилиәнең нескә ҡатын-ҡыҙ лирикаһы, әсәлек хис-тойғолары менән һуғарылған сығыштары бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙенсәлекле, көслө булды. Ошондай илһам байрамы бүләк иткән, әҙәбиәтте, шиғриәтте һөйөүсе дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!