Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Һәр ваҡыт булһын ҡояш!

      Аҫҡар ауыл китапханаһында китап уҡыусыларҙың ялын дөрөҫ һәм файҙалы итеп үткәреү маҡсатында йәйге лагерҙа ял итеүсе кескәйҙәр өсөн “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” исемле асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсы үткәрелде.Йәй айын һәр бала һағынып көтөп ала.Шуның өсөн дә балалар ошо йәмле миҙгелгә арнап төрлө-төрлө һүрәттәр төшөрҙөләр. Күҙ ҡамаштырғыс сағыу,матур һүрәттәр араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы еңел түгел ине.Шулай ҙа беренселекте Ғәзиз һәм Азалина Юлмөхәмәтовтар берәүгә лә бирмәне. Ә инде 2-се һәм 3-сө урындарҙы Гөлсимә Мырҙабулатова һәм Лилиә Ильясовалар бүлеште.Балаларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн үткәрелгән был күңелле сара кескәйҙәргә бик оҡшаны.

0