Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханаларҙа – “Библиотөн – 2019”

     Йыл да апрель айында “Библиотөн” акцияһын үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән акция Театр йылына арналды. Саралар “Бөтә донъя – театр” тигән тема аҫтында үтте.
Үҙәк район китапханаһында “Библиотөн” кисәһенең тәүге ҡунағы – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт ветераны Фатима Ғәйнуллина. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары өсөн ойошторолған осрашыу бик күңелле үтте. Бала сағынан уҡ театрға, сәнғәткә ғашиҡ Фатима апай нисек Бөрйәнгә килеп эш башлауы, халыҡ менән ниндәй спектаклдәр ҡуйыуы, элек кешеләрҙең мәҙәниәт усаҡтарына ҙур теләк менән йөрөүҙәре, тамаша ҡуйырға ла, ҡарарға ла ашҡынып тороуҙары хаҡында һөйләне. Ғ. Насрыйҙың “Йәшел эшләпә” комедияһындағы Яусы ҡарсыҡ йырын башҡарып һоҡландырҙы, Мостай Кәримдең “Россиянмын” шиғырын матур итеп һөйләп ишеттерҙе. Уҡыусыларға киләсәктә берәй пьесаны сәхнәләштереп ҡарарға тәҡдим итте. Сәхнә оҫталығы серҙәрен үҙләштереүҙең файҙаһы бик ҙур булыуына, дөрөҫ интонация менән һөйләү, төрлө хәрәкәттәрҙе урынлы ҡулланыуҙың сәхнә кешеләренә генә түгел, башҡа профессия эйәләренә лә кәрәкле икәнлегенә баҫым яһаны.
Сараның икенсе өлөшөндә Гөлдәр Йомағолова йөндән өй эсендә кейер өсөн тәпешкәләр эшләү буйынса мастер-класс ойошторҙо. Уңайлы ла, йылы ла был аяҡ кейемен эшләүе мәшәҡәтле, оҙаҡ ҡына булһа ла, һәр кемдең ҡулынан килерлек шөғөл икән. Күп нәмә лә талап ителмәй: тетелгән һарыҡ йөнө, йылы һыу, кер һабыны ғына кәрәк. Әҙер кейеҙ тәпешкәләрҙе матур итеп биҙәп тә ебәрһәң, бына тигән үҙенсәлекле бүләк килеп сығасаҡ.
Артабан Саимә Ғүмәрова “Флай-леди системаһы һәм Конмари ысулы буйынса өйҙө тәртиптә тотоу серҙаре” тигән бик фәһемле лекция менән сығыш яһаны. Көн оҙоно ваҡытын эштә үткәреп, өй йыйыштырырға өлгөрә алмаусы, шунлыҡтан ял көндәрендә башкөллө йорт мәшәҡәттәренә сумыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик уңайлы был ысул. Ваҡытты дөрөҫ бүлеп, көн дә өйҙөң айырым бер зонаһын йыйыштырып өйрәнгәндә, ялдарҙы донъя таҙалауға түгел, ә күңелгә яҡын икенсе шөғөлдәргә бағышларға мөмкин.
Һәр ваҡыттағыса, акция файҙалы, йәнле, матур үтте. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!

     19 апрель көнө Байназар ауыл китапханаһы ла «Китапхана төнө -2019» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.Сара килгән ҡунаҡтар менән театр донъяһына сәйәхәт итеүҙән башланды.Ауылыбыҙҙың ҡул эштәре оҫтаһы Таңһылыу Нурғәлина үҙенең күҙ нурҙарын һалып бисерҙән эшләгән төрлө сәскә,алҡа,муйынсаҡтарын күрһәтеп,балаларға беләҙек эшләү серҙәрен өйрәтте, ә теләүселәр өсөн Рәлиә Зөлфәрова тырнаҡ дизайны буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Китапхана төнө- 2019” ҡатнашыусылар менән онотолоп барған башҡорт милли уйындарын уйнап -бейеп, караокеға ҡушылып йырлап, режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» исемле нәфис фильмын ҡарау менән тамамланды.

20 апрель Исламбай ауыл китапханаһы Бөтә Рәсәй “Китапхана төнө” акцияһына ихлас ҡушылды. Үткәрелгән саралар Театр йылына арналды. “Бөтә донъя театр” исеме аҫтында үткән әкиәт – бәйгегә балалар бик матур әҙерләнгәндәр. Уларға алдан эштәр бирелгәйне: 4 класс уҡыусылары “Төлкө, ҡуян һәм әтәс” әкиәтен, 5 кластар “Шалҡан”, 6 кластар “Йомро икмәк”, 7 класс уҡыусылары “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” әкиәтен сәхнәлештереп күрһәттеләр. Һәр бала үҙ роленә инеп ихлас уйнанылар. Балалар тиҫтерҙәренә яҡшылыҡтың һәр саҡ яуызлыҡты еңәсәген, бер-береңә ярҙамсыл, яҡындарыңа ихтирамлы, ихтибарлы булыу кәрәклеген еткерә алдылар тигән ышаныс белдерҙеләр тамашасылар. Тамашасыларға бик оҡшаны. Был әкиәт бәйгеһендә 1-се урынға 6 класс уҡыусылары, 2-се урынға 7 класс, 3-сө урынға 5 класс һәм 4 класс уҡыусылары лайыҡлы тип таптылар баһалама ағзалары. Һәр класҡа Маҡтау ҡағыҙҙары һәм балаларға тәмлекәстәр таратылды. Күңелле уйындар уйнап, шау-гөр килешеп таралышты балалар. Музыкаль яҡтан биҙәп, ярҙам иткән художество етәксеһе Маһира Хәйбуллинаға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

      Өлкән тамашасылар менән “Уйынлы, ысынлы…” һаулыҡҡа ҡағылышлы әңгәмә үткәрелде. Уларға һаулыҡ тураһында бик күп мәғлүмәт еткерелде. Актерҙар тормошона һәм ижадына байҡау яһаныҡ, сәхнә артындағы тормош менән таныштыҡ. Кисә тамашасылар яратып уйнаған “Әлләсе” уйыны һәм “Беҙҙеңсә ахрита”менән тамамланды.

 

Килдеғол ауыл китапханаһында “Китапхана төнө – 2019” акцияһы сиктәрендә балалар һәм ололар өсөн саралар үтте. Акцияны асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, китапханала ҡыҙҙар өсөн веер (одноразовый вилкаларҙан, төҫлө ҡағыҙҙарҙан) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Ә малайҙар өсөн зал яғында шашка ярышы үтте. Акцияны дауам итеп балаларға кәнфиттәр менән шашка уйыны уйнатылды. Был уйын бигерәк тә уларҙың күңеленә хуш килде. Артабан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата “Мостай илендә” исемле әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Кисәлә шағирҙың тормош юлына, ижадына байҡау яһап, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” повестарынан өҙөк сәхнәләштерелде, “Айгөл иле” пьесаһынан Айгөлдөң монологы, шиғырҙары, уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Кисә аҙағында балалар М. Кәрим ижады буйынса һорауҙарға яуап биреп, кроссворд тултырҙылар. Кисәгә “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” исемле китап күргәҙмәһе эшләнде.

        Ололар өсөн “Иғтибарлы китап уҡыусы” исемле пантомима конкурсы ойошторолдо. Конкурста ҡатнашыусылар һәр береһе ихлас итеп, ролдәренә инеп китеп пантомима күрһәттеләр. Был конкурста Яхина Гилмия апай еңеүсе тип табылды. Артабан, өҫтәл уйыны “Әлләсе” тәҡдим ителде. Уйында ике команда үҙ-ара сәмләнеп китеп ярышты. Әнисә Фәткуллинаның командаһы беренселәрҙән булып Өфө ҡалаһына килеп етте һәм еңеүсе тип иғлан ителде. Акциянан барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралышты.

    20 апрель Ҡолғана ауыл китапханаһында Бөтә Рәсәй “Библиотөн – 2019” акцияһы сиктәрендә төрлө саралар булып үтте. Балалар өсөн  “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” – шиғыр һөйләүселәр өсөн конкурсынан һуң урамда улар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.
Ололар өсөн саралар сәғәт 19:00 Якупова Диананың тырнаҡ дизайны буйынса мастер – классын ҡарауҙан башланды. Һуңынан Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” шиғыры сәхнәләштерелде.  “Әлләсе” уйыны үткәрелде. Кисә күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Бөтә Рәсәй сиктәрендә үткән “Китапхана төнө” акцияһына Әтек ауылы китапханаһы ла ҡушылды һәм “Бөтә донъя театр” исеме аҫтында саралар үтте. Был сараға ҡул эштәренә маһир Алһыу Зарипова сакырылды һәм “Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар” исемле оҫталыҡ дәресе үткәреп, фоамирандан роза сәскәләр эшләргә өйрәтте. Уҡыусылар ҡурсаҡ театр ярҙамында “Тирмәкәй” әкиәтен күрһәттеләр. Артабан, өҫтәл уйыны “Әлләсе” тәҡдим ителде. Уйында ике команда үҙ-ара сәмләнеп ярышты.
Сара аҙағында ҡыҙҙар флешмоб бейенеләр.

     Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһы “Библиотөн” акцияһына ҡушылып, балалар өсөн “Мөғжизәле театр илендә” исемле мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Һуңынан уҡыусылар ҡалаҡтарҙан мастер – класс ҡаранылар, 2 командаға бүленеп, “Шалҡан” һәм “Йомро икмәк” әкиәте персонаждарын эшләп, сәхнәләштерҙеләр. Сара төрлө уйындар уйнағандан һуң, Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры флэшмобы менән тамамланды. Ололар өсөн “Хазина” уйыны үтте. Командалар төрлө һынауҙарҙа үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, тапҡырлығын күрһәттеләр.Уйын аҙағында карта ярҙамында “Хазина”эҙләп таптылар.

Иҫке Монасип ауыл китапханаһы “Китапханалар төнө-2019” акцияһына ҡушылды. 19 апрель мәҙәниәт йортонда “Бөтә донъя-театр!” исемле сара үтте. “Театр-әҙәбиәттең бер өлөшө” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Тамашасылар китапханасының театр тураһындағы һорауҙарына ентекле яуаптар бирҙеләр, “Беҙ артистар”тигән уйында ихлас ҡатнашып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.Иң әүҙем һәм иң оҫта “артист” Йыһануров Исмәғил булды. Шунан һуң балалар сит ил яҙыусыһы Шарль Перроның “Золушка”исемле әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Уҡыусылар рольдәрен бик килештереп уйнанылар. Дискотеканан һуң “артистар” өсөн сәй табыны ойошторолдо. Тамашасылар саранан ҡәнәғәт булып таралышты.

0