Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Торған ерем гөл араһы – үҙем башҡорт балаһы

    22 март Әтек ауылы мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, фельетонсы, драматург, публицист, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Сөләймән Латыповтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Торған ерем гөл араһы – үҙем башҡорт балаһы” исемле кисә үтте. С. Латыповтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһағандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы Әбүбәкиров Нуретдин Бәҙретдин улының, мәктәп коллективы уҡытыусылары, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, “Алтынай” ҡатын – ҡыҙҙар вокаль ансамбле сығыш яһап, юбилярҙы ҡотлауҙары менән үрелеп барҙы. Кисә һуңында яҡташыбыҙға ижад ҡомарының һүрелмәүен, тағы ла яңынан-яңы китаптары менән уҡыусыларҙы ҡыуандырып тороуын теләп таралыштылар.

0