Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сөләймән Латиповтың юбилей кисәһе үтте

29 мартта  Иҫке Собханғол урта мәктәбенең акттар залында  яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы  һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзы ағзаһы,  драматург, сатирик- яҙыусы, журналист- фельетонсы, “Тамаша” журналының баш мөхәррире  Сөләймән Йәнғәли улы Латиповтың   65 йәшлек  юбилей   кисәһе үтте.

         Сөләймән Йәнғәли улы 1953 йылдың 5 мартында Бөрйән районы  Тимер ауылында тыуған. Иҫке Тарыуал,  Әтек ауылдарында үҫкән. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, армияла Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.  Башҡорт дәүләт университетынын филология һәм юридик  факультеттарын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамалағандан һуң төрлө республика баҫмаларында  эшләй. 1983 йылдарҙа исеме гәзит – журналдарҙа күренә башлай. “Һәнәк” журналында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәрендә фельетондары йыш баҫыла. Ә иһә 1997 йылдан пьесалар ижад итә башлай, тәүге әҫәрен Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия драма театры ҡуя. Күренекле драматургтың авторҙашы Хәмдиә Ғабдрахман ҡыҙы менән яҙған 50 –ән ашыу пьесаһы илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә, Татарстан, Алтай, Дағстан республикаларында, Ырымбур өлкәһендә һәм республикабыҙҙың барлыҡ театрҙарында ҡуйылды һәм тамашасылар һөйөүен яуланы.  Бөгөнгө көндә Сөләймән Йәнғәли улы 8 китап авторы, районыбыҙҙан сыҡҡан берҙән – бер драматург булһа, республикабыҙҙа берҙән – бер журналист –фельетонсы .

          Сөләймән Йәнғәли улының  ғүмеренең матур миҙгелен бергә  уртаҡлашырға   мәртәбәле ҡунаҡтар, яҡташтары, ауыдаштары,  яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары ла килгәйне. Улар араһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов, “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң  генераль  директоры  Венера  Миҙхәт  ҡыҙы Хәкимова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин, һабаҡташы, дуҫы Рафаэль Нариман улы Зиннуров та бар ине.   Юбилей сараһында байтаҡ ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Йыр – моң, драматургтың спектаклдәренән өҙөк менән үрелеп барған был сара тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ә беҙ, китапханасылар,   Сөләймән Йәнғәли улына  ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

0