Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡортостан – тыуған илкәйем

      30 март Исламбай ауыл китапханаһында, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, кескәй дуҫтарыбыҙ араһында “Башҡортостан – тыуған илкәйем” исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Халҡыбыҙ борон-борондан Урал ерендә йәшәгән, матур тәбиғәткә һоҡланып, Урал батыр, Аҡбуҙат эпостарын сығарған, Башҡортостаныбыҙҙы данлап бик күп йырҙар, шиғырҙар яҙған. Тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсаты менән ойошторолған бәйгелә, республикабыҙҙы данлаған шиғырҙары менән 14 уҡыусы бәйге тотто. Кескәй дуҫтарыбыҙ бәйгегә ентекле әҙерләнеп килгән, шулай булһа ла һәр конкурстың иң-иңдәре була. 1 урынға Гөлсөм Ғәббәсова, 2 урынға Әлфинә Әхмәтйәнова, Илмира Хөснуллина, 3 урынға Ирхан Кульчиков, Элвира Саитгалиева һәм Фәдис Галиуллиндар лайыҡлы тип табылды. Барлыҡ бәйгеселәр ҙә бүләк, еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. “Әлеге бәйге иғлан ителгәнсе, беҙ шундай күп таланттарҙың барлығын белмәй йәшәгәнбеҙ икән. Уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең шиғриәткә булған һөйөүҙәрен беҙгә еткерә алдылар”, – тип таралышты тамашасылар.

0