Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

     15 март Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала ғалимдың балалары, туғандары, дуҫтары, коллегалары ҡатнашты. Тамашасылар Әхмәт Сөләймәновтың тормош юлы, фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән танышты, йылы хәтирәләргә, сағыу иҫтәлектәргә бай сығыштарҙы тыңланы. Ҡурай моңдары, халыҡ йырҙары, эпос, ҡобайыр юлдары кисәгә милли рух өҫтәне. Халыҡ ижады ынйыларын йыйыу, туплау, ташҡа баҫып сығарыуҙа баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте менән дан алған ғалим көндәлек тормошта иҫ киткес ябай, ярҙамсыл, алсаҡ кеше булараҡ билдәле. Уның фәнни мираҫы тотош халҡыбыҙ өсөн оло хазина, үҙе хаҡындағы яҡты хәтирәләр иһә күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.

0