“Алтын тирмә” уйыны
7 март Әтек ауылы китапханасыһы шағир – яҙыусылар тормошо, халык ижады, тарих, мәҙәниәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү маҡсатында, “Алтын тирмә” уйын кисәһе үткәрҙе. Был кисәлә “Яҙғы тамсылар” һәм “Ялҡын” исемле ауыл ҡатын-ҡыҙҙар командалары тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө – тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисәлә һынауҙар аша белемдәрен күрһәттеләр. Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар. Йыр – бейеү менән аралашып барғанлыҡтан уйын бер тында үтеп тә китте. Һәр командаға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Ошондай саралар белемде арттыра, рух -дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, тыуған еребҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.
0