Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бантиктар байрамы

      28 февраль Исламбай ауыл китапханаһында “Алһыу, йәшел, күк, минең таҫмам күп” исемле бантиктар байрамы үткәрелде. Был матур кисәгә башланғыс класс ҡыҙҙары һәм уларҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Кисәне китапханасы асып, бантиктар менән биҙәлгән матур-матур күлдәкле ҡыҙҙарҙы сәхнәгә саҡырҙы. Ҡыҙҙарҙың күлдәктәре менән әсәйҙәре таныштырҙылар. Ҡыҙҙарға бантиктарға бәйле төрлө һынауҙар әҙерләнгәйне. Бигерәк тә балаларға “Бант-бүләк” – бүләкте матур итеп бантиклау, кире төйөндәрҙе тиҙ сисеү, оҙон бантикты тиҙ, матур итеп урау, “Бант-һорау” – оҙон таҫмаларҙың осона беркетеп, төрлө йәнһүрәттәрҙәге бантиклы геройҙарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләү, “Бант-галстук” эшләу, сәсте бантиклап үреү ныҡ оҡшаны. Шулай уҡ ҡыҙҙар әсәйҙәре менән бергә һәләттәрендә күрһәттеләр. Кисә йыр- моң менән үрелеп барҙы. Тамашасыларҙа бәйгеселәрҙе дәртләндереп, көслө алҡышлап ултырҙылар. Һәр бала байрамға ихлас әҙерләнгән, улар бар уйын төрҙәрендә лә һынатмай, үҙҙәрен белемле, зирәк, сос, һәләтле итеп күрһәтә алдылар. Шулай ҙа һәр бәйгенең еңеүсеһе була: иң юғары баһаға Алтыншина Алтынай лайыҡлы тип табылды. Башҡа ҡыҙҙарҙа унан әҙгә генә ҡалышып, төрлө номинацияларға лайыҡ булдылар. Бөтә ҡыҙҙарға ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был матур кисәнән кескәйҙәр белемдәрен нығытып, кәйефтәре күтәрелеп бик ҡәнәғәт таралыштылар.

 

0