Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ғорур булһын ир-егет

Ваҡыт тәгәрмәсе алға тәгәрәгән һайын, тарих биттаре лә ҡалыная бара. Кисәге һалдаттар, бөгөнгө афған, чечня һуғышы ветерандары ла тарихтың сираттағы бер битенең тере шаһиттары. 13 февраль Исламбай ауыл китапханаһы мәктәп менән бергә, Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан республикаһынан сығарыуға – 30 йыл тулыуға арнап “Ғорур булһын ир-егет” исемле осрашыу-кисә үткәрҙеләр. Кисәгә иңдәренә Афғанстанда утлы бәрелештәрҙә ҡатнашыу бурысы төшкән һәм Чечня республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарыбыҙҙы Хәйбуллин Зиннур Әҡсән улын, Кәримов Вафир Һаҙый улын, Әхмәтйәнов Шамил Әшрәф улын, Аллабердин Радик Рәис улын осрашыуға саҡырҙыҡ. Китапханасы Ф.Әхмәтйәнова кисәне асып:
– Бына улар, беҙҙең ветерандар… Юҡ, сәстәренә сал ҡунған, йөҙҙәрен һыр баҫҡан, бабайҙар түгел улар. Күҙҙәренән осҡон сәсеп торған, типһә тимер өҙөрлөк әҙмәүерҙәр ир-егеттәр – Афған, Чечня һуғышы ветерандары. Һәм беҙ бөгөн һәләк булған яугир- интернационалистарҙы иҫкә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү өсөн йыйылдыҡ, – тине.

    Шулай уҡ Бөрйән район буйынса, ошо утлы нөктәләрҙә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәрҙең батырлыҡтары, наградалары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Афганстандағы мәхшәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән, шунда ҡатнашҡан кешеләр һуғыш тураһында әллә ни һөйләп бармай. Улар хәтер менән йәшәй – юғалған йәшлек, юйылған тыныслыҡ, һәләк булған дуҫтар тураһындағы хәтер менән. Ә шулай ҙа бөгөн Афған һәм Чечня ерендә интернациональ бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан, әлеге көндә ауылда матур итеп йәшәп ятҡан ветерандарыбыҙ менән йәнле аралашыу булды. Һәр кем үҙенең афған ерендәге һалдат тормошо, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре, ҡайҙа ҡанлы бәрелештә булыуҙары, наградалары турыһында һөйләнеләр, ә шулай ҙа, “Тыуған ергә, имен-аман әйләнеп ҡайтыу барлыҡ наградаларҙан да юғары бүләктер ул”,- ти, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланыусы Афған ветераны Ш.Әхмәтйәнов. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Һәр сығыш уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән (етәксеһе – М. Аллабердина) патриотик йырҙар, шиғырҙар менән оҙатыла барҙы. Кисә аҙағында һәр беребеҙ мәргәнлеккә һынау тотоп, пневматик автоматтан атып ҡараныҡ. Р. Аллабердин иң оҫта атыусы тип танылды.

0