Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Иң яҡшы китапханасы – Нәзилә Искужина

         Зәки Вәлиди  исемендәге  Милли  китапханала “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы – 2018 ” республика конкурсы еңеүселәрен  бүләкләү  тантанаһы үтте. Был мәртәбәле  конкурста Килдеғол ауыл китапханасыһы Нәзилә Искужинаның “ Әкиәттәр уҡып, йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ” проекты 1- се урын яуланы һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан китапханаларында уңышлы тормошҡа ашырылған “Уҡыу тураһындағы  иң яҡшы 100 китапхана проекты” тип исемләнгән Атласҡа индереләсәк.   Ә Нәзилә үҙ сиратында проектты бойомға ашырыуға тос өлөш индергәндәре өсөн ауылдаштары – балаларға, мәктәп һәм балалар баҡсаһы етәкселегенә һәм проектты төҙөүҙә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған китапхана системаһы методистары  Әлфиә Биргановаға, Айгөл Сафинаға оло рәхмәтен белдерә. Беҙ, коллегалары, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

0