Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡортостан-дуҫлыҡ иле

        10 октябрь көнө Аҫҡар ауылы китапханаһында Республика көнө айҡанлы “Башҡортостан-дуҫлыҡ иле” исемле кисә үткәрелде. Кисәнең беренсе өлөшөндә Сәрүәр Суринаның “Кем көслө?” исемле әкиәте сәхнәләштерелде. Был доньяла барлыҡ нәмәнән дә, хатта тәбиғәт күренештәренән дә иң көслөһө – кеше булыуын асыҡлаған был мауыҡтырғыс әкиәт кескәйҙәргә бик оҡшаны. Ә инде икенсе өлөшөндә 3-4 класс уҡыусылары өсөн  Башҡортостанға арналған йондоҙло сәғәт үткәрелде. Тыуған илебеҙҙең тәбиғәтенә, ер-һыу атамаларына, билдәле шәхестәренә арналған был йәнле уйында “Башҡортостан” һәм “Рәсәй” командалары ҡатнашты. Шулай уҡ төрлө һорауҙарҙан тыш, уҡыусылар илебеҙҙе данлап төрлө шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ишеттерҙеләр. Был байрам сараһы барыһына ла бик оҡшаны.

0