Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тыуған илем – алтын бишек

       8 октябрь Исламбай ауыл китапханаһы,  Аҫҡар  ауыл китапханаһы менән берлектә  республика көнөнә бағышлап “Тыуған илем-алтын бишек”  исемле шиғыр конкурсы һәм Башҡортостандың, хозур Бөрйәнебеҙҙең тәбиғәтенә, күренекле шәхестәренә арнап “Тыуған яғыңды беләһеңме?” уйын-бәйге үткәрҙеләр. Был сара уҡыусыларҙың  илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре тураһында белемдәрен киңәйтеү, тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсаты менән ойошторолдо. Кисә Башҡортостанға бағышланған шиғыр һөйләү конкурсы менән башланып китте. Республикабыҙҙы данлаған шиғырҙары менән 16 уҡыусы бәйге тотто. Артабан ике ауыл уҡыусылары араһында “Тыуған яғыңды беләһеңме?» исемле ярыш ойошторолдо. Исламбай мәктәбе уҡыусылары “Бөрйәнем”, ә Аҫҡар уҡыусылары “Йәнтөйәк” исеме аҫтында сығыш яһанылар.  Уҡыусылар бик ентекле әҙерлек менән килгәндәр ине. Уйындың беренсе туры – Башҡортостандың тәбиғәтенә, икенсе туры –  “Әҙәби һуҡмаҡ” – арҙаҡлы шәхестәрҙең, яҙыусыларҙың фотоһүрәттәренә ҡарап танып, уларҙың ниндәй әҫәрҙәр ихад итеүен белеүгә, өсөнсө туры – Бөрйәнгә арналды. Шулай уҡ балалар “Башҡортостан” һүҙенән “кем күберәк һүҙ төҙөй”, Башҡортостаныбыҙҙы  маҡтап шиғыр сығарып, шағирлыҡ оҫталыҡтарында күрһәттеләр. Ике команда ла тигеҙ мәрәй йыйып,  уйын-бәйге дуҫлыҡ еңеүе менән тамамланды. Ә шиғыр һөйләүселәр конкурсында 1-се урын – Аксәскә Мырҙағолова, 2-се урын –  Наҙгөл Мырҙабулатова һәм Динар Халиков, 3-сө урын – Гүзәл Әхмәтйәнова менән Айгизә Галиуллиналарға бирелде. Ярышта ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. «Тыуған илем-алтын бишек” уйын кисәһе уҡыусыларҙың хәтерендә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки ошондай  саралар белемде арттыра,   шағир – яҙыусыларҙың тормошон, ижадын, тыуған еребеҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.

0