Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡортостаным – бәхет бишегем

         6 октябрь Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында «Башҡортостаным – бәхет бишегем” исемле сара үтте. Сарала Ғәлиәкбәр мәктәбенең 5-се, 6-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Байрамдың тарихы хаҡында һөйләп, Башҡортостаныбыҙға байҡау яһаныҡ. Башҡортостандың тәбиғәте, халҡы, уның гербы, флагы, гимны булыуы, ҡасан ҡабул ителеүҙәре, авторҙары кем икәнен, баш ҡалаһы  Өфө, тәүге президенты,  милли геройы, данлы балы һәм шифалы ҡымыҙы, милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында әңгәмәләштек. Сараның икенсе өлөшөндә  Ғәлиәкбәр ауылының тарихы, ҡайһы-бер ер-һыу атамалары менән дә танышып киттек. Ауылдашыбыҙ Рәмис Аллабердиндың “Тыуған ауылым Ғәлиәкбәр” исемле видеоһын ҡарап үттек. Бикбаева Юлиә  М. Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.

      Сараның  өсөнсө өлөшөндә балалар Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Йондоҙло сәғәт” исемле уйында бик әүҙем ҡатнашты, “Тыуған илем – Башҡортостан” исемле викторинала үҙҙәренең белемдәрен тикшерҙеләр. Шулай уҡ Башҡортостан һүҙенән һүҙҙәр төҙөү балаларға бик оҡшаны.

0