Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!”

        3 сентябрь Килдеғол ауылы балалар баҡсаһы янында башланғыс класс уҡыусылары өсөн Терроризмға ҡаршы Халыҡ-ара теләктәшлек көнөнә арналған “Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!” исемле асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы үткәрелде. Конкурс алдынан уҡыусыларға “Нимә ул терроризм?”, “Кемдәр ул террористар?” темаһына әңгәмә ойошторолдо. Әңгәмәнән һуң уҡыусылар дәррәү генә асфальтта һүрәт төшөрҙөләр. Конкурстың еңеүселәре тип Ҡарағолов Ғәзинур, Билалова Шәүрә, Фәтҡуллина Айсулпан билдәләнде. Конкурс “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йырына флешмоб бейеү менән тамамланды. Бөтәһе 35 бала ҡатнашты.

         3 сентябрь көнө Байназар ауыл моделле китапханаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары өсөн “Терроризм һәм уның төрҙәре” исемле тәрбиә сәғәте үткәрҙеләр.

          Нимә ул терроризм? Кем ул террорист? Уҡыусылар ошо һәм башҡа күп төрлө һорауҙарға яуаптарҙы 3 сентябрь Ҡотан ауылы китапханаһында “Беҙ тыныс тормош яҡлы” исемле әңгәмә барышында асыҡланылар. Шулай уҡ, “терроризмға юҡ” темаһы буйынса асфальтта һүрәт төшөрҙөләр.

Әтек ауылы китапханаһында «Терроризм –заман бәләһе” тигән лекция уҡылды.Уҡыуслар “Беҙ тыныслыҡ яҡлы» тип һүрәттәр төшөрҙе.

3 сентября в Набиевской сельской библиотеке были проведены  мероприятия, посвященные Дню солидарности в борьбе с терроризмом. Библиотекари Тляубаева Р.К., Ибатуллина А.Ш.  провели викторину по правилам антитеррористической безопасности «Внимание, терроризм!». Школьники своими руками сделали плакат. «Мы против терроризма!». Латыпова Р.М. провела беседу «Терроризм – это зло против человечества».

0