Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Урам балалары” китабының исем туйы үтте

   16 февралдә район үҙәк китапханаһында  Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияҺы лауреаты, журналист һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышы хаҡындағы “Урам балалары”  исемле өр-яңы китабының   исем туйы булып үтте. Унда үткер ҡәләмле сатирик, журналист, «Өй эйәһе» китабы авторы Венер Исхаҡов та ҡатнашты. Осрашыу барышында Айгиз  Баймөхәмәтов яңы китабының яҙылыу тарихы менән таныштырҙы, ә  Венер  Исхаков иһә “Өй эйәһе” китабына тупланған сатирик һәм юмористик әҫәрҙәренең сюжеттары тормоштан алынғанын билдәләп, уларға бәйле ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итте.  Һуңынан уҡыусылар яҙыусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Кисә китапҡа автографтар алыу, авторҙар  менән фотоға төшөүҙәр менән тамамланды.

0