Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Балаларға һәм үҫмерҙәргә – һәйбәт баҫмалар

           Кескәй әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башкортостан «Китап”  һәм “Инеш” нәшриәттәрендә сыҡҡан һәм район ауыл китапханаларының кәштәләрендә урын алған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

 

Абих, О.М. Весенний первоцвет  [Текст]: стихи/ Ольга Абих. – Уфа: Китап, 2017. – 76 с.

            6+

            В книгу вошли стихи о временах года, праздниках, школьных буднях, о диких и домашних птицах, животных. Слог и стиль автора легкий, понятный юным читателям, отличается яркой образностью и добрым юмором.

 

 

 

 

 

 

Афлятунова, Л.А. Волшебная шкатулка  [Текст]: стихи, пьесы-сказки, рассказ/ Любовь Афлятунова; Худож. М.Л. Каюмова. – Уфа: Китап, 2017. – 136 с.

            6+

            Страну детства не найти на карте, но каждый из нас проживает в ней  самые счастливые годы. Это годы знакомства с окружающим миром, познания самого себя, бесконечных открытий, зарождения самого прекрасного чувства – любви к родным, близким, к братьям нашим меньшим, к родному дому, к Родине. Читайте, погружайтесь в мир книжных героев и вы, наверняка, обнаружите сходства с ними, возможно, даже узнаете в них себя.

 

 

 

 

Белкин, А.К. Сашин каприз [Текст]: стихи/ Александр Белкин; Худож. Л.И. Нигматзянова, Г.П. Сергин. – Уфа: Китап, 2017. – 96 с.

            6+

            В книгу Александра Белкина “Сашин каприз” вошли стихи о капризах, радостях, огорчениях, которые сопровождают детей в их жизни; о природе, зверях и птицах, которые открывают перед ребенком удивительный мир природы, учат их любить и бережно относиться ко всему живому.

            Книга предназначена для детей дошкольного и младшего школьного возраста.

 

 

 

 

 

Аҡбаш Кәбир. Ҡояшты кем уята? [Текст]: шиғырҙар, шиғри әкиәттәр, хикәйәттәр/ Кәбир Аҡбаш. – Өфө: Китап, 2017. – 80 бит.

            6+

            Яҙыусының был китабына балалар өсөн шиғырҙары, шиғри әкиәттәре һәм хикәйәттәре индерелде. Шиғри әҫәрҙәрҙә кешенең бөйөклөгө, үҙ-ара мөнәсәбәт хикмәттәре, тәбиғәттең илаһилығы, изгелектең яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше, мөхәббәт алдында ҡара көстәрҙең еңелеүе, ғөмүмән, йәшәйештә матурлыҡҡа ынтылыштар тасуирлана.

 

 

 

 

 

 

Диҡҡәт Илгизәр. Башҡорт көсө [Текст]: Хикәйәттәр, легендалар/ Илгизәр Диҡҡәт. – Өфө: Китап, 2017. – 152 бит.

            12+

            Китапта VIII-IX быуаттарҙа билдәле булған, беҙҙең көндәргә хикәйәт, легенда рәүешендә килеп еткән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә. Яҙыусы, рус ғалимы, тарихсы Лев Гумилевтың халыҡтың килеп сығышы, үҫеше, йәшәйеше тураһындағы хеҙмәттәрен өйрәнеп, милләтебеҙҙең бөгөнгө көнөнә үҙенсәлекле баһа бирә.

 

 

 

 

Ҡаһиров, Р.Р. Балыҡсы итектәр [Текст]: шиғырҙар, хикәйәләр, хәтирәләр/ Рамай Ҡаһир. – Өфө: Китап, 2017. – 60 бит.

            6+

            Авторҙың балаларға тәғәйенләнгән икенсе китабында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланып ижад ителгән шиғырҙар, хикәйәләр, бала саҡ хәтирәләре урын алған.

 

 

 

 

 

Мөсифуллин, М.Ғ. Ҡурай иле [Текст]: шиғри әкиәттәр, әкиәттәр/ Мөҙәрис Мөсифуллин – Өфө: Китап, 2017. – 160 бит.

            6+

            Был йыйынтыҡ шиғри әкиәт, әкиәттәрҙән тора. Һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа, йәғни йәшәйешкә яҡын, аңлайышлы.

 

 

 

 

 

 

             Садиҡова, М.Х. Бәхет ҡанаттары [Текст]: хикәйәләр, әкиәт/ Мөкәрәмә Садиҡова. – Өфө: Китап, 2017. – 88 бит.

             6+

            Авторҙың был китабына балалар өсөн төрлө йыдарҙа яҙылған әҫәрҙәре индерелде. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ғәжәп мажаралы хәлдәргә бай әҫәрҙәр мөғжизәле, серле бала-саҡ иленә әйҙәй. Яҙыусының ижады кескәйҙәр күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

 

 

 

 

 

 

Талхина, Д.А. Япраҡ йәшергән сер [Текст]: әкиәттәр/ Динә Талхина. – Өфө: Китап, 2017. – 92 бит.

            6+

            Ғүмерен кескәйҙәрҙе китаплы итеүгә арнаған Динә Талхина үҙе лә балалар өсөн ижад итте. Был китапты уҡып, мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт итерһегеҙ.

 

 

 

 

 

 

Шакирова, Л. И. Йылбабай әкиәттәре [Текст]: шиғырҙар, әкиәттәр, сценарийҙар/ Линиза Шакирова. – Өфө: Китап, 2017. – 56 бит.

            0+

            Терпе ниңә энәле? Ни өсөн бәпембә ҡояш төҫлө? Ер йөҙөндә йыл миҙгелдәре алмашыныу тәртибен кем урынлаштырған? Бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты, кескәйҙәр, “Йылбабай әкиәттәре” китабын уҡып сыҡҡас табырһығыҙ.

 

 

 

 

 

 

Портер Э. Поллианна [Текст]: повесть/ Элинор Портер; Руссанан тәржемә. – Өфө: Инеш, 2015. – 200 бит.

              12+

 

 

 

 

 

 

 

 

Уэллс, Һ. Д. Донъялар һуғышы. Күҙгә күренмәҫ кеше [Текст]: романдар/ Һерберт Уэллс; Руссанан тәржемә. – Өфө: Инеш, 2016. – 288 бит.

12+

0