Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Иман нуры – 2017

         2 ноябрҙә  Бөрйән район үҙәк китапханаһы 7-се йыл рәттән балалар араһында Ҡөръән ятлау буйынса “Иман нуры” конкурсын үткәрҙе. Быйылғы конкурста 26 бала ҡатнашты. Уларҙың сығыштарын район имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов, дин белгесе Вәзимә Ғәбитова, Мәһәҙей ауылы имам-хатибы Шәкир хәҙрәт Хәсәнов баһалап ултырҙы.

       6 йәштән 12 йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында 1-се урынды Иҫке Собханғолдан Ғәзизов Арслан, 2-се урынды Нәби ауылынан Хисаметдинова Вилена, 3-сө урынды Байназар ауылынан Салауатова Ҡәҙриә яуланы.

      13 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар араһында 1-се урынды Әтек ауылынан Иҙрисова Зөбәржәт, 2-се урынды Аҫҡарҙан Йәрмөхәмәтов Байдәүләт, 3-сө урынды Яңы Усмандан Ғизәтуллин Заһит алды. Конкурстан һуң балаларға викторина үткәрелде.

       Еңеүселәргә райондың имам-мөхтәсибе  сертификаттар, конкурста ҡатнашҡан һәр балаға район хәкимиәтенең бүләктәрен тапшырып китте. Шулай уҡ иң йәш аҙан ҡысҡырыусы, иң йәш ҡатнашыусылар ҙа билдәләнеп үтте. Ауылдың ағинәйҙәре лә балаларҙың ҡатнашыуына ихлас ҡыуанып, уларға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, бүләкләп китте.

       Байрам иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.

0