Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәсмәүере нур сәсә

    26 октябрҙә Бөрйән район китапханаһында яҡташыбыҙ Миңнур Ҡасимованың “Һуҙыла күректәре” исемле яңы китабы донъя күреү айҡанлы автор менән осрашыу булып уҙҙы. Был кисәлә китап һөйөүселәр, ауыл китапханасылары ҡатнашты.

  Миңнур Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡасимова 1966 йылдың 15 июлендә Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Әлеге ваҡытта Әбделмәмбәт мәктәбендә башланғыс класс балаларына белем бирә. Уның хикәйәләре район һәм республика матбуғатында даими донъя күреп тора. М.Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында 3-сө, “Шоңҡар” журналы үткәргән “Дарман” хикәйәләр конкурсында махсус призға лайыҡ булған.

    Миңнур Мөхәмәдйән ҡыҙының “Һуҙыла күректәре” исемле тәүге китабы “Ағиҙел” журналы китапханаһы нәшриәтендә баҫылған. “Ағиҙел” журналы мөхәрририәте ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Сабир Шәрипов китапҡа ҙур баһа биргән. Китап туйында Миңнур Мөхәмәдйән ҡыҙының ҡәләмдәштәре, рухташтары, “Баҙал” ижади берекмә рәйесе Булат Усманов, “Таң” район гәзите хеҙмәткәрҙәре – Рәсәй һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Ғарифуллина, “Таң” гәзитенең бүлек мөдире, журналист Таңһылыу Баһаутдинова, сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева сығыш яһаны.

  “Һуңғы бейеү” хикәйәһендә мал фермаһында эшләүсе колхозсы ҡыҙҙарҙың береһе Ғәлиәнең прототибы Нәби ауылы ҡыҙы Ғәлимә Мөфтәхетдинованың ҡыҙы,  китапханасы Ишдәүләтова Сәлимә Мисбах ҡыҙы, китапҡа исем биргән “Һуҙыла күректәре” хикәйәһендәге “Мәрйәмем минең”  йырының авторы Сабитулла хаҡында уның бер тыуған һеңлеһе Гөлсөм Мырҙабаева хәтирәләре менән бүлеште.

   Яңы китап авторын район китапханалар системаһы директоры Әлфиә Ғәззәле ҡыҙы Кинйәбулатова ҡотлап үтте. Миңнур Ҡасимова үҙенең сығышында хикәйәләренең килеп сығышы тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Китап уҡыусылар авторға яңы үрҙәр, яңы китаптар теләп хушлашты.

0