Ижад көҙө емешле
Яҡташыбыҙ, яҙыусы һәм публицист, эҙәрмән-тарихсы Зөфәр Ғәли улы Толомғужиндың 75 йәшлек юбилейына арналған ” Ижад көҙө емешле ” исемле әҙәби-музыкаль кисә 18 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында үтте.
Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында 1942 йылдың 1 сентябрендә донъяға килгән әҙип 12 китап авторы, танылған шәжәрәсе. Юбилярҙы ҡотларға килгән ҡунаҡтар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһының Күҙәтеүселәр советы рәйесе Хәләф Ишморатов, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзынан килгән күренекле шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина һәм шағир Нияз Мәһәҙиев, Башҡортостан урман хужалығы Министры урынбаҫары Арслан Мырҙагилдин булды. Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов, район «Баҙал” әҙәби берекмәһе исеменән шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева ла юбилярға изге теләктәрен еткерҙе. Ауылдаштары исеменән Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әхтәмов сығыш яһаны. Шулай уҡ район тыуған яҡты өйрәнеүселәр берекмәһе рәйесе Дамир Аллабирҙин, сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева, уҡытыусы, һәүәҫкәр шахматсы Мөхәррәм Ҡасҡынбаев сәхнәгә сыҡты. Туғандары исеменән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Хәкимова ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен юлланы. Сара барышында әҙиптең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡылды. Район мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы сараға айырым биҙәк өҫтәне. Үҙ төбәгенең талантлы улын ана шулай ҙурланы бөрйәндәр.