“Саф ер” төбәк-ара экологик фестиваль үтте
Май айында Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы район хакимиәте, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре берлектә “Саф ер” тип исемләнгән төбәк-ара Экологик фестиваль үткәрҙе. Был сарала район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашып, төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарға “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын күрһәтте. “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле һәм Баймаҡ ауыл сәнәғәте колледжының Бөрйән филиалы уҡыусылары менән берлектә үткәрелгән был йолаға хатта иртәнән алып яуған ямғыр ҙа ҡамасаулай алманы. Алсабыр инәйҙәр барыһын да байрамға саҡырып, ярма йыйып, бутҡа бешергән арала, балалар уйын уйнаны. Ике дәү ҡаҙанда бешкән ҡарға бутҡаһын аҙаҡ барыһы ла ауыҙ итеп, ҡоштарға һалып сыҡты. Байрамды “Саф ер” исемле автор йырҙары конкурсы дауам итте. Экология йылына арнап үткәрелгән был сара барыһының да күңеленә хуш килде.