Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Килдеғол китапханаһында фольклор байрамы

      Килдеғол ауыл китапханаһында уҡыусыларҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары менән таныштырыу маҡсатында “Башҡорт милли аштары” тип исемләнгән кисә үтте.  Кисәгә 1 һәм 3 класс уҡыусылары, класс етәкселәре Иркә Уразбай ҡыҙы, өләсәйҙәр саҡырылды. “Башҡорт милли аштары” исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.  Сараны асып, Билалова Физәлиә “Тирәккәйем” йырын башҡарҙы. Саҡырылған өләсәйҙәрҙән Яхина Ғилмия апай икмәк, сәк-сәк, сәскә тураһында һөйләне,  Миндеғолова Эльвина “Йыуаса” бейеуен бүләк итте. Артабан Мөхәмәтҡолова Фәйрүзә апай ҡурмас, талҡан эшләү серҙәре менән бүлеште. Бойҙайҙы елгәреү өсөн ҡулланылған һелкеүес, ҡурмасты тартыу өсөн ҡулланылған тирмән тураһында һөйләп үтте. Исхакова Резеда апай буҙа тураһында, Билалова Дилфүзә бауырһаҡ, табаикмәк, Искужина Нәзилә һөт ризыҡтары менән таныштырҙы.  Аш-һыуҙар менән танышып бөткәс, яҙыусы яҡташыбыҙ  Сәрүәр  Ғәләүетдиновтың “Семәрле беләҙек” китабынан йомаҡтар ҡойҙолар. Кисә аҙағында әҙерләнгән аш-һыуҙар менән сәй эсеп, таралышты балалар.

0