Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Теле барҙың – иле бар

   20 февралдә Байназар ауыл моделле китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған “Теле барҙың-иле бар” исемле сара үткәрелде. Сараға Байназар урта мәктәбенең 3-4 синыф уҡыусылары саҡырылды (класс етәкселәре:Шәрипова Ә.Ә., Карагулова Э.И.).

   Туған тел –ул ата-бабаларҙан ҡалған изге аманат.Ошо аманатты һаҡлап ҡалыу маҡсатында  үткәрелгән кисәгә, башҡорт халыҡ ижадына битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ саҡырылды.Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы булып йәшәп килгән таҡмаҡ әйтешендә Фәйләрә Науразбаева һәм Нәилә Мәсәғүтовалар ҡара-ҡаршы таҡмаҡтар әйтештеләр. Фәнүзә Азанғолова 3 йәшлек ейәнсәре Розалина менән башҡорт халыҡ ижады өлгөһө – мөнәжәт әйтеп сығыш яһанылар.Үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы ҡумыҙҙа дәртле көйҙәр уйнап, Гүзәл Сафиуллина  бейетеп тә алды.

    Халҡыбыҙҙың асылын сағылдырған милли  биҙәүестәр эшләү үҙенсәлектәре менән Нәилә Мәсәғүтова балаларҙы таныштырҙы.

   Шулай уҡ кисәлә балалар милли уйындарҙа уйнанылар, йомаҡтар, мәҡәлдәр әйтештеләр.Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе, Юлиә Ишбулатованың З.Биишева ижад иткән “Башҡорт теле”шиғырын ятлауы,Динислам Маликовтың дәртле бейеп йырлауы кисәбеҙгә  йәм  генә өҫтәне. Осрашыуҙан балалар бик ҡәнәғәт булып таралыштылар.

0