Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәскәләр байрамы

5 сентябрҙә мәҙәниәт һарайы алдына  матурлыҡҡа  ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күрергә ынтылған гөл-сәскә яратыусылар йыйылды.

Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,

Ал булған өсөн түгел.

Мин һөйәм шул сәскәләргә

Тиң булған өсөн ғүмер!

           Ошо шиғыр юлдары менән  Сәскә байрамы башланып китте. Байрамға килеүселәрҙе мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Тләүбаева  сәләмләне. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың ижадилығының сиге юҡ: сәскәләрҙән төрлө композициялар, гөлләмәләр эшләп  ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыуҙырғандар. Ижади эштәрҙең тематикаһы ла төрлө: Кино йылына, ғашиҡтар өсөн, сәләмәт тормошҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға саҡырған композициялар, төрлө гөлләмәләр  береһенең дә иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Жюри ағзалары күргәҙмәләге  ижади эштәр менән танышҡандан һуң, иң яҡшы эштәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәр тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. «Иң яҡшы гөлләмә» номинацияһында  учреждениелар  һәм ойошмалар араһында  Гран – приға «Газпром газ  бүлеү Өфө”  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет филиалына ҡараған Бөрйән комплекслы хеҙмәте коллективы, 1- се урынға – Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Бөрйән филиалы, 2 – се урынға Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбе (Ағиҙел филиалы) , 3 сө урынға – Бөрйән мәғлүмәт – консультация үҙәге лайыҡ булдылар. “Иң матур  бүлмә гөлө” номинацияһында Гран – при – Үҙәк китапханаға, 1 – се урын – Бөрйән мәғлүмәт – консультация үҙәгенә , 2 – се урын – Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбенә, 3 – сө урын – Мәҙәниәт һарайы коллективына бирелде.  “ Иң матур композиция” номинацияһында иһә  Гран – приға  Бөрйән мәғлүмәт – консультация үҙәге коллективы,   1- се урынға Балалар китапханаһы, 2 –се урынға Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбе (Ағиҙел филиалы) , 3- сө урынға Үҙәк китапхана коллективы лайыҡ булдылар. Шәхси йорт биләмәһендә сәскә үҫтереүселәр араһында  “Иң матур композиция”  номинацияһында Фәнүзә Иҙрес ҡыҙы Халитова еңеүсе тип табылды.     Йыр-бейеү, нәфис һүҙ менән үрелеп барған сара сағыу тамашаға әйләнде. Район үҙәк китапханасылары әҙерләп ҡуйған “Өйөм йәме гөл генә” исемле  китап күргәҙмәһенән дә халыҡ өҙөлмәне.  «Ауыл – уртаҡ йортобоҙ” район  конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрам унда килеүселәр күңелендә быйыл да онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар бүләк итте.

0