Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала – китап байрамы

           19 майҙа Тимер ауыл китапханаһында  алтынсы синыф  уҡыусылары  өсөн “Серле китап донъяһында” исемле мауыҡтырғыс сара үтте. Тәүҙә тарих уҡытыусыһы   Дамир Ирғәле улы  китаптың  килеп сығыу тарихын һөйләп утте.  Артабан китапханасы Әҡлимә Алтынбаева уҡыусыларҙы  яңы  китаптар менән таныштырҙы, китапҡа арналған  викторина ойошторҙо. Шулай уҡ кисәлә   уҡыусылар   яттан үҙҙәре  яратҡан  шиғырҙарын   һөйләнеләр. Айгүзәл Яубасарова иһә  үҙенең ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.  Китап тураһынд  мәҡәлдәр,  әйтемдәр әйтеп тә  ярыштылар уҡыусылар. Ғөмүмән, был  сарала балаларға  китаптың әһәмиәте, китап уҡыған кешенең белемле, аҡыллы булыуын , күберәк китап уҡырға кәрәклеге  әйтеп үтелде.  Кисә  барыһына ла оҡшаны.

0